Ошо көндәрҙә Салауат эске эштәр бүлегенә бик үҙенсәлекле ғариза менән 19 йәшлек ҡыҙ һәм уның егете мөрәжәғәт итә. Уларҙы тәүтикшереүсе, полиция капитаны Оксана Ғәббәсова ҡабул итә. Ҡыҙ хоҡуҡ һаҡсыһына ни өсөн килеүен илай-илай һөйләп бирә. Асыҡланыуынса, ҡалабыҙҙың уҡыу йортонда белем алған 19 йәшлек студент ҡыҙ үҙенең егете менән “Бәйләнештә” селтәрендә яҙыша. Инәнән тыума килеш төшкән фотоларын һөйгәненә ебәрә. Егете менән енси бәйләнештә булғас, был уға тәбиғи күренә. Шулай бер көн яуыз ниәтле әҙәмдәр ҡыҙҙың яратҡан кешеһенең шәхси битен асып, был фотоларҙы үҙҙәренә күсереп ала һәм ҡыҙға: “Әгәр ҙә шәрә фотоларыңды ата-әсәйең һәм барлыҡ халыҡ күрмәһен тиһәң, 4 мең һум аҡса күсер“, тип яҙалар... Был бисараға ярҙам һорап хоҡуҡ һаҡсыларына килеүҙән башҡа сара ҡалмай. Баҡтиһәң, һуңғы арала Салауат эске эштәр бүлегенә ошоға оҡшаш һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны бермә-бер күбәйгән икән. Ошо проблеманы иҫкәртеү маҡсатында Оксана Николаевна менән һөйләштек.
- Салауатта интернет селтәр-ҙәрендә кешегә ҡурҡытыу менән янаусылар осраҡтары күпме?
- Ағымдағы йылда Салауат эске эштәр бүлегендә “Бәйләнештә” сел-тәренә бәйле 70-тән ашыу хәл-ваҡиға теркәлгән. Мәҫәлән, быйыл Салауатта йәшәүсе ир үҙенең биленә тиклем яланғас төшкән фотоһын селтәргә ҡуйған. Мутлашыусылар уны фотошопта бөтөнләй яланғас итеп үҙгәртеп, интернетҡа һалабыҙ тип, ирҙән аҡса һораған. Тағы ла бер миҫал. Бер ҡыҙ эске кейемдәрҙә генә төшкән фотоһын интернетҡа урынлаштырған. Яуыз ниәтле әҙәмдәр уны күп халыҡ ултырған төркөмгә һалған. Был ҡыҙға ҡарата алама йәберләү һүҙҙәре яуа башлаған. Студент төркөмдөң етәксеһенән үҙенең фотоһын алыуҙы һорай. Етәксе иһә, иҫәпкә 700 һум аҡса күсерһәң генә, фотоны алабыҙ, тигән талап ҡуя. Енәйәтселәр тоҙағына үҫмерҙәр ҙә эләгә. Беҙҙең илдә педофилдарҙың балиғ булмаған ҡыҙҙарҙан шәрә фотоларын һорап, аҙаҡ уларҙы ата-әсәһенә йәки мәктәпкә ебәрәбеҙ, тип ҡурҡытҡан осраҡтары ла бар. Йәки енси мөнәсәбәткә инергә саҡыралар.
- Оксана Николаевна, янаусы-ларҙы ҡулға алып буламы?
- Ҡағиҙә булараҡ, бындай алама уйлы кешеләрҙең кемлеген асыҡлау ауыр. Сөнки улар үҙҙәренең исем-шәрифтәрен, ҡайҙа йәшәүҙәрен йәшерә, үҙҙәре тураһында төрлө уйҙырмалар уйлап сығара. Аҡса талап иткәндә лә улар ҙур сумма һорамай. Кешеләр ҡурҡыштарынан аҡса күсерһә лә, башҡа улар тағы ла һорамаясаҡ, тигән гарантия юҡ. Шулай ҙа енәйәтселәрҙе Салауат хоҡуҡ һаҡсылары айпи-адрестары буйынса таба. Улар енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Интернетта ултырыусыларға нимәлер башҡарыр алдынан ете ҡат үлсәп эш итергә кәрәк, тип әйтер инем. Үҙеңдең шәхси тормошоңдо кемгәлер һөйләү, фотоларҙы интернет аша ебәреү алама эҙемтәләргә килтереүе бар.
- Законда яуыз ниәтле кешеләргә ниндәй яза ҡаралған?
- Башҡаларҙың фотоларын киң аудитория иғтибарына сығарыу менән мауыҡҡандарға Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 152.1-се статьяһының 1-се пункты йөкмәткеһе менән ныҡлап танышырға тәҡдим итер инем. Унда граждандың һүрәтен (шул иҫәптән уның фотографияһын, видео-яҙмаһын) халыҡҡа сығарыу һәм артабан файҙаланыу бары тик ошо граждандың ризалығы менән генә рөхсәт ителә, тип бик аныҡ әйтелгән.
Ошо уҡ статьяның 3-сө пунктына ярашлы, “әгәр ҙә граждандың һүрәте 1-се пунктты боҙоп ҡулланылһа һәм интернет селтәренә сығарылһа, граждан был һүрәтен алып ташлауҙы, шулай уҡ уны артабан таратыуҙы туҡтатыуҙы һәм тыйыуҙы талап итергә хоҡуҡлы”. Закон буйынса, енәйәт яуаплылығына тарттырылыу ҡаралған. Кешене ҡурҡытыу менән янаған өсөн 15 йылға, алдаған өсөн 10 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү ҡурҡынысы барлығын оноторға ярамай.