газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
5 Декабрь 2017, 10:43

Муттар ялған аҡса тарата

Ҡалала тартып алынған ялған аҡсаларҙың күбеһе 1 мең, 5 мең һумлыҡ купюралар. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы ысын аҡсанан айырыуы бик ҡыйын, сөнки купюралар сифатлы әҙерләнгән, ти. Шулай ҙа уларҙы дәүләт банкы эшләгәндән айырырға мөмкин. Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса бүлексә начальнигы Вәсил Бохариев менән әңгәмә ошо турала.

Ҡалала тартып алынған ялған аҡсаларҙың күбеһе 1 мең, 5 мең һумлыҡ купюралар. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы ысын аҡсанан айырыуы бик ҡыйын, сөнки купюралар сифатлы әҙерләнгән, ти. Шулай ҙа уларҙы дәүләт банкы эшләгәндән айырырға мөмкин. Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса бүлексә начальнигы Вәсил Бохариев менән әңгәмә ошо турала.

- Вәсил Рәсим улы, ялған аҡсаларҙы ҡайҙа эшләйҙәр һәм уларҙы нисек айырырға?

- Республика биләмәһендә һатыу-һатып алыуҙа алдаҡ аҡсалар ҡулланыу дауам итә. Улар араһында күпселеге 5 мең һумлыҡ купюралар. Дәүләт знагы предприятиеһында эшләнмәгән купюралар ике ҡатлы үҙ-ара йәбештерелгән ҡағыҙҙан тора. Уларға хатта һыу билдәләрен ҡуйыу мөмкинлеген табалар. Шулай ҙа ысын аҡсанан ялғанды айырып була. Был купюралар төрлө төбәктәрҙән килтерелә. Уларҙы Рәсәй банкы тип яҙылған һүҙҙәрҙән һәм һул яҡтағы билдәнән айырырға була. Йәғни ысын купюрала улар һәм тишеп эшләнгән ваҡ һандар ҡул менән тотоп ҡарағанда һиҙелеп тора. Ялған аҡсала улар шыма. Бынан тыш алдаҡ аҡсала уң яҡтағы герб бер төҫ, ә ысын купюрала ҡыҙыл һәм ҡуңыр төҫ менән емелдәй. Дәүләт банкы эшләгән купюраны әйләндер-гәндә ул йәйғор төҫтәре менән балҡый, ә ялған купюрала улар юҡ.

- Әгәр ҡулға дәүләт банкы сығармаған аҡсалар килеп эләкһә нимә эшләргә?

- Быйыл ҡалала ялған аҡ-саларҙың 7 факты асыҡланды. Үткән йыл менән сағыштыр-ғанда берәүгә күп. Башлыса мутлашыусылар тоҙағына эшҡыуарҙар эләгә. Ә купюра-ларҙың ялғанлығы тик банкта ғына беленә. Әгәр ҙә һеҙгә биргән аҡсала үрҙә әйтелгән билдәләр булһа, полицияға шылтыратығыҙ, йәки сауҙа нөктәһендә эшләһәгеҙ хәүеф-һеҙлек кнопкаһына баҫығыҙ. Аҡса түләгән кешенең тышҡы ҡиәфәтен, кейемен, автотранспорт номерын, ҡайҙа табан юл тотоуын иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ. Эш урынында һаҡсылар булһа, был кешене ҡулға алығыҙ, купюраны кире бирмәгеҙ. Эшҡыуарҙар өсөн тағы ла теләк: ҡулығыҙға 5 мең һум аҡса килеп эләккәндә уның серияһын, ҡасан, ниндәй ваҡытта алыуығыҙҙы махсус дәфтәрҙә яҙып барығыҙ.

- Халыҡ араһында аңла-тыу эштәре алып барыламы?

- Әлбиттә, киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләр баҫыла, телевидениела ла йыш сығыш яһайбыҙ. Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ялған аҡсаларҙы асыҡлау өсөн оператив-профилактик саралар үткәрә.

Ябай салауаттарҙы ла, эшҡыуарҙарҙы ла иғтибарлы булырға саҡырабыҙ. Эшҡы-уарҙарға иһә ялған аҡсаларҙы асыҡлау өсөн махсус ҡорамал һатып алырға кәңәш итәбеҙ. Сөнки ялған аҡсаларҙың артыуын иҫәпкә алғанда ул актуалгә әйләнә.


Читайте нас: