газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
28 Ноябрь 2017, 15:21

Ялған страховка полистарын нисек танырға?

Бөгөн ялған ОСАГО страховка полистарының ике төрө билдәле. Тәүгеһе түбән сифаты менән айырыла. Ундай алдаҡ полистарҙы Рәсәй Үҙәк банкы сайтынан йәки Рәсәй страховкалаусылар союзы сайтынан ҡарап белеп була.

Бөгөн ялған ОСАГО страховка полистарының ике төрө билдәле. Тәүгеһе түбән сифаты менән айырыла. Ундай алдаҡ полистарҙы Рәсәй Үҙәк банкы сайтынан йәки Рәсәй страховкалаусылар союзы сайтынан ҡарап белеп була.

Икенсе төрө элек ысынлап та страховка компаниялары-ныҡы булып иҫәпләнгән һәм дәүләт знагы менән сығарылған. Намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәр ғәйебе арҡаһында страховка компаниялары үҙ эшен туҡтатҡан осраҡтан һуң уларҙан ҡалған страховка полистары яуыз ниәтле кешеләр ҡулына эләгә. Бындай полистарҙың ысын булмауын ошо уҡ сайттарҙан белеп була.

Ялған полистар һатып алмаҫ һәм артабан хоҡуҡ һаҡсылары менән проблемалар килеп тыумаһын өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:

1. Автостраховкалау полисын тик рәсми эре страховка компанияларында ғына юлларға.

2. Полисты һатып алыр алдынан был компанияның эш-мәкәрлеге тураһындағы мәғлү-мәттәрҙе тикшерегеҙ. Ҡағиҙә булараҡ улар ҡулланыусылар мөйөшөндә булырға тейеш.

3. ОСАГО полисын номеры буйынса Рәсәй страховкалаусылар союзынан һәм страховка компаниялары сайттарынан тикшерергә.

4. Полисты һатып алғандан һуң уны элеккеһе менән сағыштырып ҡарағыҙ. Ҡағыҙҙың ҡатылығы, һаҡлау элементтары бер-береһенә оҡшаш булырға тейеш.

Автомобилселәргә ялған полисты ҡулланыу ҙур проб-лемаларға алып килеүе ихтимал. Яһалма документты файҙаланған водителдәргә зыян күреүселәргә сығымды үҙҙәренең кеҫәләренән ҡап-ларға тура киләсәген дә оноторға ярамай.


Читайте нас: