Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
1 Ноябрь 2017, 12:42

Юл уйын урыны түгел

Салауат ҡалаһының эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт һағы советының сираттағы ултырышы үтте. Унда юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше темаһы ҡаралды.

Салауат ҡалаһының эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт һағы советының сираттағы ултырышы үтте. Унда юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше темаһы ҡаралды.

Ҡалала кешеләрҙең юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса каникул, йәйге ял осоронда йыш күҙәтелә. Саф һауала уйнағанда, мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү фажиғәгә илтеүе ихтимал. Эшкә ҡабаланып, йә ҡағиҙәләрҙе һанламай машиналар геүләп торған юл аша йүгереп сыҡҡан ҡайһы бер ата-әсәләр ҙә балаға йыш ҡына насар өлгө күрһәтә. Ололарҙың был ҡылығы бала күңеленә “тимәк, ярай” тигән орлоҡ һала, битарафлыҡ арҡаһында меңләгән баланың ғүмере өҙөлә. Шуға күрә лә йәмәғәт һағы советы ағзаларының был теманы һайлауы юҡҡа түгел.

Салауат ҡалаһының ЮХХДИ бүлеге начальнигы Олег Дронов үҙенең сығышында 9 айға йомғаҡ яһаны.

- Был осорҙа ҡала билә-мәһендә 64 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 7 кешенең ғүмере өҙөлгән, 74-һе йәрәхәтләнгән. 5 бала ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе булған. Иҫерек водителдәр ғәйебе менән 10 фәжиғә теркәлгән. Хәл-ваҡиғаларҙың төп сәбәптәре булып водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу тора. Авариялар башлыса йома көн, Островский, Өфө, Йәш гвардеецтар урамында башҡарыла. 1350 йәйәүле административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн шелтә, йәки 500 һум административ штраф янай. Юл ситтәренән йөрөгән йәйәүлеләрҙең, йәшенә ҡарамай, кейемдәрендә мотлаҡ рәүештә махсус йылтырап күренеп торған предметтар булырға тейеш, - тине ул.

Төнгө осорҙа юлдарҙа йәйәүлеләр бөтөнләй күренмәй тиерлек. Сарала йылтырап күренеп торған әйберҙәрҙе ҡайҙан алырға була, тигән һорауҙар ҙа булды. Олег Дронов автозаправкаларҙа, канцелярия һәм галантерия тауарҙары магазиндарына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Ул кейемдәргә был элементтарҙы мотлаҡ индергән закон проекты әҙерләнеүе тураһында ла әйтеп үтте.

Ҡаланың йәштәр комитеты рәйесе Наталья Пименова Салауат хакимиәте һәм эске эштәр бүлеге менән берлектә урамдарҙа хәүеф тыуҙырған йәйәүлеләр үткән ерҙә яҡтыртыу ҡорамалдарын урынлаштырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Шулай уҡ ул ойошмалар, уҡыу йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары менән профилактик эштәрҙе әүҙемләштерергә һәм уларҙы даими рәүештә киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртырға кәрәклеген билдәләне.

Йәмәғәт һағы советы рәйесе Рәмил Нәбиуллин киләһе осрашыуҙа ҡараласаҡ һорауҙарға ла туҡталды. Ул үҫмерҙәр, улар араһында енәйәтселек темаһына арналасаҡ.


Читайте нас: