газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
20 Октябрь 2017, 13:45

Ниңә судһыҙ язалау ярамай?

Төн... Салауатта йәшәүсе бер әҙәм үҙенең “тимер ат”ында ҡалабыҙ урамдары буйлап китеп бара.

Шул ваҡыт был ирҙең юлын бер автомобиль киҫә. Геройыбыҙ ярһып һөмһөҙ водителде уҡытып алырға уйлай. Юл сатында светофорҙың ҡыҙыл уты янып машиналар туҡтаған мәлдә, ул рәнйетеүсеһенең автомобиле янына килә лә, уны төртә. Шул ваҡыт машинанан водителдең дуҫтары килеп сыға. Былары ла йоҙроҡ ярҙамында ғәҙеллек табырға маташа.
Суд залында иһә ир, үҙенең ғүмере өсөн ҡурҡып шунда уҡ ҡайтып китмәүен, ә ҡулына ҡорал алыуын да һөйләп бирә. Бөтә патрондарын машинаға табан атып бөтөргәс кенә, ул үҙенең “тимер ат”ына ултырып ҡайтып китә. Ул зыян күреүсегә 13200 һумлыҡ матди ҡаза килтерә.
Кешенең транспорт сараһына пистолетынан 5 тапҡыр атып, милегенә зыян килтергән, судһыҙ язалауҙы башҡарған ир ғәйепле тип таныла. Уға 1 йыллыҡ һынау срогы менән 10 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителеү язаһы бирелгән.
Читайте нас: