Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Июнь 2021, 16:23

Яман уйы барып сыҡмаған

Салауат ҡалаһында йәшәүсе ҡатын, законды боҙоп, әсәлек капиталын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған.

Салауат ҡалаһында йәшәүсе ҡатын, законды боҙоп, әсәлек капиталын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған. Был ханым ғариза буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға әсәлек капиталының 387 мең һумын ала, ә һуңынан фатирҙы һатып ебәрә, ҡулға төшкән аҡсаларҙы үҙенә тотона. Һөҙөмтәлә, балалар торлаҡтан да, сертификаттан да ҡолаҡ ҡаға. Был хәл буйынса ҡала прокуратураһы тикшереү үткәрә: боҙоуҙар асыҡлана һәм законһыҙ файҙаланылған әсәлек капиталы аҡсаларын кире ҡайтарыу буйынса саралар ҡабул ителә. Суд ҡатынды Пенсия фонды идаралығына нигеҙһеҙ тотонолған аҡсаларҙы кире ҡайтарырға ҡушты. Шунан һуң ғаилә әсәлек капиталын тергеҙә һәм закон менән ҡаралған осраҡтарҙа файҙалана ала.
Читайте нас: