П.Чумаков исемендәге ғилми үҙәк әҙерләгән өсөнсө вакцина - «КовиВак» сығарыла башланы. Уны йылына 10 миллион дозаға тиклем етештереү планлаштырыла.
- Фән һәм технологиялар йылында «КовиВак» вакцинаһын етештереүгә старт биреү айырыуса әһәмиәтле. Рәсәй фәненең көсөн теорияла түгел, ә практикала күрһәтеү мөһим, - тине Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы етәксеһе Валерий Фальков.
Вакцина 28 мартта ҡулланышҡа индерелде, уның ун ампулаһы өсөн хаҡ - 4330 һум.
«КовиВак» вакцинаһы SARS-CoV-2 вирусы нигеҙендә эшләнгән, ул махсус эшкәртелгәндән һуң инфекциялау үҙенсәлеген юғалтҡан, әммә иммун реакцияһын тыуҙырыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр итәләр Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығынан. Вакцинаны һынауҙа ҡатнашыусыларҙың антиесемдәре яҡшы кимәлдә. «КовиВак» февралдә теркәлгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. 19 мартта Салауат ҡалаһында «Аструм» сауҙа үҙәге территорияһында урынлашҡан 18-се бутикта вакцинациялауҙың мобиль пункты эш башланы. Ҡала поликлиникаһы табиптары медицина тикшереүе үткән һәр теләгән кешегә прививка эшләй. Пациенттар процедуранан һуң ярты сәғәт күҙәтелә.
Мобиль пункттың эш графигы: аҙна һайын йома, шәмбе һәм йәкшәмбе, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем.