газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Март 2021, 09:38

Хәүефле юл рәтләнде

2021 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә Салауатта Губкин урамындағы юлдың Ленинград урамы киҫелешенән алып Салауат Юлаев бульвары киҫелешенә тиклем, Салауат Юлаев бульвары киҫелешенән алып Калинин урамы киҫелешенә тиклем һәм Калинин урамы киҫелешенән алып Космонавтар бульварына тиклемге өлөшө ремонтланасаҡ.

Подряд ойошмалары капиталь ремонтҡа 1 майҙа тотонорға тейеш. Улар тулыһынса юл япмаһын алыштырырға, юл эргәһендәге тротуарҙарҙы һәм бордюр таштарын ремонтларға бурыслы.
Юл ремонттары башланыуға оҙаҡ ваҡыт ҡалманы. Шулай ҙа әле үк авариялы хәлдә булған, транспорт хужаларына ҡала урамдарында хәүефһеҙ шарттарҙа йөрөүҙе тәьмин итмәгән юлдар бар. Мәҫәлән, салауаттар күп тапҡырҙар Губкин һәм Революцион урамдары киҫелешендәге соҡорҙарҙы ямау һорауы менән мөрәжәғәт итә. Бынан тыш, ҡала хужалығы идаралығы адресына Салауат ҡалаһы ЮХХДИ бүлегенән был соҡорҙарҙы бөтөрөү тураһында иҫкәрмә лә килә. «Махсус автохужалыҡ» подряд ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре юлда ҡар ирегәндән һуң ғына эшкә тотона алды.
- Был беҙ бөгөнгө көндән үк ҡарлы юлдарҙы ремонтлай башлайбыҙ тигәнде аңлатмай. Был урынға ысынлап та ныҡлы ремонт талап ителә ине. Соҡорҙарҙы ямау эшен көндәр йылынып, юлдар ҡарҙан асылғас ҡына башҡарыу планлаштырылған. Яҡынса апрелдә булыр был. Әлеге ваҡытта бит хатта афальт-бетон заводтары ла эшләмәй, шулай булғас юлдарға түшәр өсөн асфальт та юҡ. Юлдағы хәл дә ремонтты сифатлы итеп башҡарыуға мөмкинлек бирмәй, - тип билдәләй ҡала хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Сергей Шайҙуллин.
Ҡала хакимиәте дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе башҡарыуға муниципаль контракттар төҙөгән. Уның күләме 7000 квадрат метр тәшкил итә һәм 2000 квадрат метр күп соҡорло участкаларҙа карта ысулы менән ремонт яһау ҡаралған.
Читайте нас: