Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
15 Ғинуар 2021, 11:22

Салауат тәртипкә килтерелә

2021 йылдан алып беҙҙең ҡала урамдарын ҡарҙан ике ойошма: “Газпром нефтехим Салауат” компанияһы төркөмөнә ҡараған предприятиелар - “Альянс-сервис Салауат” менән “ПАТиМ” һәм “Махсус автохужалыҡ плюс” таҙарта. Ә квартал эсе территориялары өсөн идара итеүсе ойошмалар яуаплы.

Ҡарҙың күпләп яуыуынан һуң ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡала урамдарының ни тиклем сифатлы таҙартылыуын үҙе тикшереп, фекерен белдерҙе. Таҙартыу эшен нисек атҡарып сығыуҙары хаҡында ойошма вәкилдәре лә һөйләне.
“Альянс-сервис Салауат” “ПАТиМ” ойошмаһы менән берлектә сәнәғәт биләмәләрен һәм ҡаланың төньяҡ өлөшөн таҙартҡан. Игорь Миронов һүҙҙәренсә, был ойошмалар өсөн ҡала территорияһын йыйыштырыу яңы төр хеҙмәт, быға тиклем улар тик сәнәғәт майҙансыҡтарын таҙартыу менән генә шөғөлләнгән.
- Яңы йыл каникулдарында һауа торошо подрядсыларға эш режимына уңайлы шарттарҙа инергә форсат бирҙе, тик тәүгә ныҡлап яуған ҡар ҡаланың төньяҡ өлөшөн таҙартыусы подряд ойошмаһын һынау алдына ҡуйҙы. Торлаҡ йорттар араһында ҡар таҙартыу еңел эш түгел, ул билдәле бер тәжрибә талап итә. Ҡала халҡынан һәм минән шелтә, иҫкәртмәләр бар: ҡарҙың ваҡытында таҙартылмауы, таҙартылған урындарҙа ла ҡарҙың ҡалыуы, тротуарҙар тейешле кимәлдә йыйыштырылмауы, төрлө хеҙмәттәрҙең һөйләшеп килешеп эшләй белмәүе, бер үк хеҙмәтте бер нисә тапҡыр башҡарыуға алып килеүе, һөҙөмтәлә ваҡыттың әрәм ителеүе, - тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы.
“Махсус автохужалыҡ плюс” йәмғиәте Октябрь урамынан алып Ленинград урамына тиклемге урамдарҙы таҙартыу өсөн яуаплы. Шулай уҡ был ойошма Вокзал, Островский, Зәки Вәлиди урамдарынан ҡалаға инеү юлдарын, Муса, Юпитер һәм Желанный микрорайондарындағы шәхси секторҙарҙы хеҙмәтләндерә.
- “Махсус автохужалыҡ плюс”тың ҡаланы таҙартыуҙа тәжрибәһе ҙур, шуға ҡарамаҫтан, подрядсы ойошма беҙҙең дәғүәләрҙе иҫәпкә алырға һәм артабан уларҙы булдырмау өсөн барыһын да эшләргә вәғәҙәләне, - ти Игорь Миронов.
Ҡышҡы осорҙа ҡала урамдарын йыйыштырыу өсөн “Махсус автохужалыҡ плюс” йәмғиәте 37 берәмек техниканы эшкә егәсәк.
- Күп итеп ҡар яуғас, төндә 9 берәмек техника эшкә ебәрелде. Артабан эште грейдер кеүек ҙур техника дауам итте. Ә тротуарҙарҙы щеткалы НТЗ таҙартты. Бөтә яуаплылыҡ менән әйтә алам, беҙ бурыстарҙы үтәйбеҙ - беҙгә ҡараған территория тулыһынса таҙартылған, - тип һөйләй “Махсус автохужалыҡ плюс” ойошмаһының төҙөкләндереү участкаһы начальнигы Илдар Дәүләтшин.
- Бөтә ҡала буйынса тиерлек йөрөп сыҡтыҡ, бик үк ҡәнәғәт түгелмен. Ике подряд йошмаһының эшен баһаланыҡ, етешһеҙлектәрҙе билдәләнек. Тағы ла бер тапҡыр күп итеп ҡар яуғансы, улар һығымта яһар, ҡарҙы таҙартыуҙы яҡшы итеп ойоштороу буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итер, - тип йомғаҡ яһаны эш сәфәренә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, юлдарҙы таҙартыуҙың да үҙ тәртибе бар. Тәү сиратта автомобилдәр, маршрут автобустары күп йөрөй торған ҙурыраҡ юлдар таҙартыла, һуңынан - бәләкәйерәк юлдар. Йыйылған ҡар ҡаланан ситкә, махсус урынға сығарыла.
“Флора” муниципаль учрежде-ниеһы Ленин урамындағы, Салауат Юлаев бульварындағы һәм башҡа урамдарҙағы аллеяларҙы, скверҙарҙы, мәҙәниәт һәм ял паркын йыйыштырыу менән шөғөлләнә. Уларҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн 25 юл эшсеһе, 3 трактор, ике ҡар таҙартыу роторы, ике тележка-прицеп, бер тейәүсе экскаватор сығарылған.
- Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләһәк тә, ҡар яуған осорҙа был эш графигы үҙгәрә һәм беҙ тиҙерәк ҡарҙы таҙартып бөтөү өсөн бөтә көстө һалабыҙ, - ти “Флора” ойошмаһының төҙөкләндереү участкаһы начальнигы Андрей Милякин.
Подряд ойошмалар ҡар таҙартыу эшен еренә еткереп башҡарыуҙа йыл да бер үк проблема менән осраша, ул - оҙайлы осорға юл сатында ҡалдырылған автомобилдәр. Бындай машиналар һәр урамда тиерлек бар, хатта ҡалдырыу тыйыла тигән билдә булған ерҙәрҙә лә ултыра улар.
- Салауаттар, һеҙгә ҙур үтенес, транспорт сараларын ҡала урамдарында ҡалдырмағыҙ. Улар юлдарҙы таҙартыуға ҡамасаулай, - тип мөрәжәғәт итә ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юрий Носенко.
Гүзәл Шә
Читайте нас: