7-се мәктәп тә 2021 йылда ошо проектта ҡатнашырға ҡарар итә. Был йәһәттән, “Белемлеләр” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы төҙөлә, улар йыйылыш уҙғарып, киҫкен торған мәсьәләләрҙе көн ҡаҙағына сығара. Актив граждандар проект һайлап ҡына ҡалмай, мәктәпте төҙөкләндерергә лә ярҙам итә. Проектты артабан да үҫтереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү, эштәр барышын контрол-дә тотоу өсөн инициатив төркөм һайлана. Яҡын-тирәлә йәшәүселәрҙән дә һорашып-белешеү ойошторола, кеше-ләрҙең теләктәрен иҫәпкә алалар. Осрашыуҙар һөҙөмтә-һендә хәл ителеүҙе һәм финанс ярҙамын талап иткән төп проблемалар асыҡлана. Йомғаҡлау йыйылышында, тәү сиратта, тәҙрәләрҙе алышты-рырға, тип ҡарар итәләр. Сөнки иҫке, ел өрөп торғандары, ышанысһыҙ ағас конструк-циялар ҙур хәүеф тыуҙыра.
- Был мәсьәлә күптән хәл ителеүҙе талап итә ине. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы беҙҙә ҙур өмөттәр уятты. Әгәр проект конкурста еңеп сыҡһа, мәктәп кабинеттарында яңы пластик тәҙрәләр барлыҡҡа киләсәк. Был уҡыусыларға уңайлы уҡыу шарттары булдырыуға ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Ошо биҫтәлә йәшәүселәр, уҡыусылар һәм ата-әсәләр, мәктәп коллективы эштәрҙең уңышлы барып сығырына бик ышана. Барыһының да тәҡдимде хуплауы, әүҙемлек күрһәтеүе ҡыуандыра. “Белемлеләр” үҙидаралығы башланғысын хуплаусылар балалар өсөн изге эш башҡара, - ти мәктәп директоры Елена Вяхирева.