Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡалынлығы 10-12 сантиметрҙан кәм булмаған боҙ кеше өсөн хәүефһеҙ тип һанала. Аяҡ аҫтында боҙ шытырлай башлаһа, шунда уҡ хәүефле урындан китергә, айырыуса ҙур ҡурҡыныс янаған осраҡта боҙға ятып, кире йүнәлештә шыуышырға кәрәк.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫтә тотоу зарур:
* Боҙҙоң ныҡлығын тибеп ҡарап тикшерергә ярамай. Әгәр утын ағасы йә булмаһа саңғы таяғы менән бер тапҡыр ныҡ итеп һуҡҡандан һуң бер аҙ һыу күренһә, был боҙ йоҡа, уның өҫтөнән йөрөргә ярамай, тигәнде аңлата. Был осраҡта үҙ эҙең буйлап аяҡтарҙы боҙҙан айырмайса шыуҙырып ҡына һәм ауырлыҡ ҙур майҙанға төшһөн өсөн уларҙы яурындар киңлегендә айырып баҫып шунда уҡ ярға сығырға кәрәк. Боҙҙа һағайтыусы сыртлауҙар булғанда һәм сатнаған урындар барлыҡҡа килгән ваҡытта ла шулай эшләйҙәр.
* Һыу ятҡылығы аша сығырға мәжбүр булғанда тапалған һуҡмаҡтан йәки алдан һалынған саңғы юлынан йөрөү хәүефһеҙерәк.
* Туңған йылға (күл) аша саңғы менән сығыу яҡшыраҡ, шуның менән бергә кәрәк саҡта тиҙ генә сисеп ташлау өсөн саңғы беркеткестәрен һәм ҡулдарға эленгән саңғы таяҡтарын элмәктәренән ысҡындырып ҡуйырға.
* Ата-әсәләргә ныҡлы үтенес: балаларығыҙҙы ҡараусыһыҙ үҙҙәрен генә боҙға ебәрмәгеҙ.
* Һыу ятҡылыҡтарындағы фажиғәләргә иң йыш сәбәпсе булған нәмә – алкоголдән иҫереү. Ундай кешеләр янаған ҡурҡынысты дөрөҫ баһалай алмай.