газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Ноябрь 2020, 12:45

Яңы биҫтәгә - яңы юл

Ҡаланың яңы микрорайондарында йорттар төҙөлә, тимәк ул үҫә, киңәйә. Өйҙәр менән бергә уның инфраструктураһын тәьмин итеү, юлдар, тротуарҙар һалыныуы ла мөһим. Бекетов урамындағы юлдың төҙөлөшөн салауаттар күптән көттө. Һәм бына хәҙер ҡала халҡы сифатлы юлды баһалай алды.

Бекетов урамындағы С.Юлаев урамы киҫелешенән алып Ленинград урамы киҫелешенә тиклемге юл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә һалынды. Уның оҙонлоғо - 539 метр, дөйөм майҙаны - 4 312 квадрат метр. Эштең хаҡы 28 млн һумдан ашыу. Юлдың төҙөлөшө апрелдә башланды. Июль аҙағында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов эштәрҙең барышын тикшергәндә, юл һалыуҙы әүҙемләштерергә ҡушҡайны. Подряд ойошмаһы көндәр һыуыта башлауға эштәрҙе тамамлап, юлды сафҡа индерҙе.
Бекетов урамы төҙөлөшө проекты сиктәрендә ямғыр һыуы ағып төшөү өсөн канализациялар монтажланған, автомобиль юлы, тротуар һалынған һәм асфальтланған, юлға билдәләр һыҙылған, ихаталарға инеү юлдары эшләнгән, юл эргәләре төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ йәмәғәт транспорттары туҡталыштары өсөн дә урын билдәләнгән. Киләсәктә бында автобус маршруттары йөрөй башлаясаҡ.
Читайте нас: