“Синергия” подряд ойошмаһы директоры Петр Степин хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытҡа Ағиҙел буйын төҙөкләндереүҙең тәүге этабы тамамланған тиерлек. Әммә ойошма ҡайһы бер ҡаршылыҡтарға осраған, эре архитектур формаларҙы килтереүҙә өҙөклөктәр бар, шулай уҡ эштәрҙең этаплы итеп башҡарылыуында етешһеҙлектәр барлыҡҡа килгән.
- Ер эштәре 95 процентҡа башҡа-рылған. Шулай уҡ асфальтлау ҙа 95 процентҡа атҡарылған. Оҙаҡламай Мәскәүҙән йүгереү юлына һәм балалар майҙансығына резина валсыҡтарын һалыу өсөн махсус машина килтереләсәк. Тротуар плиткаһы тулыһынса һалынып бөткән, экобрусчатка менән тотҡарлыҡтар бар, был тәьмин итеүселәрҙең технологик сикләүҙәре менән бәйле. Дөйөм алғанда, эштәр 80-85 процентҡа тамамланған, - ти Петр Степин.
Объектта бик күп кешеләрҙең, техниканың, субподряд ойошмаларҙың эше яҡшы ойошторолған. Эштәр барышы менән танышҡанда Игорь Миронов алдан төҙөкләндереүҙә булған проблемаларҙың сиселеше менән ҡыҙыҡһынды. Подряд ойошманан белдереүҙәренсә, улар хәл ителгән. Әлеге ваҡытта төп мәсьәлә - ул эш графигының боҙолоуы, сөнки алдан ремонтты башҡарыусылар эштәрҙең этаплылығын боҙған.
- Бөгөн эштәр барыһы ла бер юлы алып барыла. Әгәр тәүҙә ер эштәрен, һуңынан асфальт һәм башҡалар түшәлергә тейеш булһа, хәҙер бөтә нәмә бергә алып барыла. Бар нәмәне тиҙләтергә тырышабыҙ, - ти подряд ойошмаһы етәксеһе.
Ҡала хакимиәте башлығы бәләкәй архитектур формаларҙың етерлек кимәлдә булмауына ла иғтибар итте, мәҫәлән, эскәмйәләр һәм ятып ҡыҙыныу урындыҡтары әҙ.
- Уларҙы әҙерләйҙәр, 20 ноябргә тиклем килтерергә вәғәҙә итәләр. Был йәһәттән проект институтының эшкә ҡушылыуы һөҙөмтәле булды, сөнки улар тарафынан Башҡортостан буйынса бик күп проекттар башҡарылған. Уларҙың кәңәше буйынса материал менән тәьмин итеүсе ойошма изделиеларҙың сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләй, - тип аңлатма бирәләр подряд ойошмаһынан.
Шулай уҡ тағы бер проблема күтәрелде - ул тулыһынса төҙөклән-дерелеп бөтмәгән йылға яры буйына велосипедтарҙа, квадроциклдарҙа һәм башҡа транспортта килеп йөрөүселәр.
- Ҡыштан һуң төҙөкләндерелгән йылға буйы әле эшләнгән йәмен һаҡлар, тип ышанғы килә. Әммә был беҙҙең генә бурыс түгел, шулай уҡ халыҡ та башҡарылған эшкә һаҡсыл һәм ихтирам менән ҡарарға тейеш, - ти Петр Степин.
- Был проект буйынса алға китеш барлығын күрәбеҙ. Был айҙа беҙ проекттың тәүге этабын тулыһынса тамамлайбыҙ. Алда ҡыш, бик теләһәк тә эштәрҙе алып барыу мөмкин булмаясаҡ. Салауат халҡына мөрәжәғәт итәм, зинһар, эштәр башҡарылыуына аңлап ҡарауығыҙҙы һорайым, объект әлегә сафҡа индерелмәгән. Был участкала велосипедта, скейтта һәм башҡа сараларҙа йөрөү объектта эштәр тамамланғандан һуң рөхсәт ителәсәк. Әлегә ярамай, был подряд ойошма башҡарған эштәрҙең емерелеүенә алып килә, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Ағиҙел йылғаһы буйын төҙөкләндереү ике йылға иҫәпләнгән. Төп эштәр быйыл башҡарылһа, икенсеһе киләһе йылда бөтөрөлөп ҡуйыласаҡ. 2021 йылда пляж ялын ойоштороу, һыуға төшөү урынын уңайлы итеп яһау, объектты уратып алыу ҡаралған. Шулай уҡ беренсе этапҡа инмәгән төҙөкләндереү эштәрен атҡарып ҡуйыу планлаштырылған. Игорь Миронов һүҙҙәре буйынса, киләһе йылда салауаттар йылға буйы ярының матурлығына, уңайлылығы, йәмлелегенә шаһит була аласаҡ.
- Киләһе йылда беҙ территорияны йәшелләндереү менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта ыҫлы ағастарҙы, йүкә һәм декоратив алмағастар ултырттыҡ. Шулай уҡ газон да ултыртып маташҡайныҡ, ләкин уны тапап бөтөрҙөләр. Шуның өсөн ҡала халҡына мин дә мөрәжәғәт итер инем, төҙөкләндереү эштәренә һаҡсыл ҡараһындар ине, - тине Петр Степин.