Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Октябрь 2020, 21:13

Быйылғы уңыш һөйөндөрә

Ҡалала көҙгө йәрминкәләр үткәреү күптән инде матур йолаға әүерелгән һәм был мәлде салауаттар түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Сөнки унда халыҡ арзан һәм сифатлы продукция һатып алыу мөмкинлегенән файҙаланып ҡала. Уҙған шәмбе Салауаттың Ленин исемендәге майҙанында уҙған йәрминкә тәүгеһе түгел, ҡала халҡы октябрь башынан алып ауыл хужалығы тауарҙарын алып ҡыуана.

Майҙанға иртәндән үк машиналар килеп тулған ине. Йәрминкәгә тауарҙарҙы Мәләүез, Стәрлебаш, Ишембай, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм башҡа райондарҙан килтергәндәр.
Иң күп урынды бал һатыусылар биләп алған. Был татлы ризыҡтың ниндәйе генә юҡ: йүкә, сәскә, ҡарабойҙай, солоҡ балы һәм башҡаһы, теләгәнен, күңелеңә ятҡанын һайлап, тәмләп ал, әйҙә. Хаҡтары ла төрлө, бер литры 300 һумдан алып 700 һумға тиклем, иң ҡиммәте солоҡ балы. Минең иғтибарҙы “Бөрйән балы” тигән яҙыу йәлеп итте. Ысынлап та, Салауатҡа Бөрйән яҡтарынан да килеп еттеләрме икән ней? Яндарына киләм, танышам алсаҡ ғаилә менән. Баҡтиһәң, Ғәлиевтар үҙебеҙҙең Салауат ҡалаһынан. Мәләүез районында өй һалып сыҡҡандар һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлағандар. Ә балдары ысынлап та Бөрйәндән, сөнки умарталарҙы улар йәйен Бөрйән яғына алып барып ҡуя икән.
- Йүкә балына Бөрйән яғына йөрөйбөҙ, ә сәскә балы артынан Стәрлебаш районына барабыҙ. Барлығы 30 умартабыҙ бар. Беҙ башлыса балыбыҙҙы Өфө йәрминкәһендә һатабыҙ, был юлы Салауатҡа ла килергә булдыҡ, - ти Мәҙинә менән Ғәли Ғәлиевтар.
Балдан тыш, ит, май, йәшелсә, емеш-еләк – һәммәһе етерлек ине. Бигерәк тә салауаттар йәшелсәне тоҡлап-тоҡлап алды. Картуф, сөгөлдөр 20-шәр, кәбеҫтә - 18, һуған – 16, кишер – 30, борос – 25 һум менән һатылды. Ауыл уңғандары итен дә, һөт ризыҡтарын да килтергәйне. 0,7 литрлы банка ҡаймаҡты 250, майҙың килограмын 500 һум менән алырға була ине. Ә бына һыйыр итен - 280-350, өйрәк итен - 300, ҡаҙ итен 400 һум менән тәҡдим иттеләр. Бер ниндәй химияһыҙ һыҡтырылған көнбағыш майының 1,5 литры 120 һум тора. Шулай уҡ төрлө ағас, сәскә үҫентеләрен дә, киптерелгән дарыу үләндәрен, миндектәрҙе салауаттар бик теләп алды.
Үткән йәрминкәләрҙә була алма-ғандар бошонмаһын, улар октябрь аҙағына тиклем һәр шәмбе уҙғарыла-саҡ әле. Улар халыҡ һорауы буйынса уңайлылыҡ өсөн ҡаланың үҙәк, Ленин исемендәге майҙанында була.
Читайте нас: