- Идея нисек тыуҙы?
- Проект күптән уйланылған ине, - тип һөйләй рәссам Атилла Ғәлиуллин. - Ҡала хакимиәте етәкселеге эскиздар яһап, объектҡа етәкселек итергә тәҡдим итте. Баштан уҡ һуңғы йылдарҙа популярлыҡ яулаған этно стиль - башҡорт орнаменттарын заманса эшкәртеү дизайнын һайланыҡ.
-Проектта кемдәр ҡатнаша?
- Бында туғыҙ рәссам ҡатнаша - мин, Вера Шаригина, Лилиә Яковлева, Радик Ишмөхәмәтов, Ренат Хәлиуллин, Илшат Дауытов, Владимир Николаев, Лилиә Янышева, Надежда Вавилова. Беҙ ҡала халҡы өсөн бүләк эшләргә теләнек, күреүегеҙсә, килеп сыҡты.
- Автор булараҡ, һеҙгә проектты әҙерләүгә күпме ваҡыт талап ителде?
- Проект өҫтөндә бер ай эшләнем, орнаменттар, төҫтәр гаммаһын һайланым. 5 сентябрҙән проектты тормошҡа ашыра башланыҡ.
- Ҡулланылған буяуҙар оҙаҡҡа сыҙармы?
- Яҡшы буяуҙар. Биш йылдан ашыу төҫөн юғалтмаҫҡа тейеш.
- Ни өсөн ошо төҫтәрҙе һайланығыҙ?
- Тәбиғәт шарттарынан сығып. Дизайнер, архитектура алымдары бар. Европа илдәрендә ҡояш йыл буйы әүҙем, шуға ла һоро төҫтәр гаммаһы ҡулланыла. Ә төньяҡ илдәрҙә ҡояш бик күп булмағас, иң сағыу төҫтәр менән эш итәләр. Беҙҙә лә шулай булырға тейеш.
- Салауаттар яңылыҡты нисек ҡабул итте?
- Килеп ҡарайҙар, яңы объект өсөн шат, юл эргәлә булғанға күп машиналар сигналға баҫып уҙалар.
- Яңы арт-объекттар яҡын киләсәктә тағы ла булырмы?
- Әлбиттә тәҡдимдәр бар, әммә улар тураһында һөйләү әлегә иртәрәк, - ти Атилла Ғәлиуллин.
Зилә СӘЛИМОВА. Алена БИЗИКИНА фотоһы.