газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Август 2020, 15:18

Таҙа урамдар

Йәй көнө автомобиль юлдарын һәм тротуарҙарҙы һепереү, йыуҙыртыу - ғәҙәти күренеш. Ә быйылғы пандемияға бәйле был эш айырым шарттар, йәғни дезинфекциялау саралары ҡулланып башҡарыла.

«Махсус автохужалыҡ» ойошмаһы техникаһы һәм хеҙмәткәрҙәре урамдарҙы таҙартыуҙы иртә таңдан, юлда машиналар әҙерәк ваҡытта алып бара. Ә һуңынан кешеләр таҙа урамдарҙан эшкә елдерә.
- Йәйен урамдарҙы таҙартыу эштәренә махсус машиналар ярҙамында автомобиль һәм йәйәүлеләр йөрөү юлдарын һепереү һәм йыуҙырыу инә. Йыйыштырыу билдәләнгән режим һәм технологияға ярашлы башҡарыла. Бынан тыш, аҙнаһына ике тапҡыр юлдарҙы, тротуарҙарҙы, йәйәүлеләр үткәүелен, туҡталыш павильондарын «Хлорамин» дезинфекциялаусы сара менән эшкәртеү уҙғарыла, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юрий Носенко.
Читайте нас: