газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Август 2020, 10:57

Күҙҙәр ҡамашырлыҡ гүзәллек

«Флора» учреждениеһы әле яңы ғына Ленин урамындағы аллеяла петуния ултыртылған йәшниктәр урынлаштырып, аллеяға йәм өҫтә-гәйне. Күп тә үтмәне, Островский урамы - С.Юлаев бульвары киҫелешендә тағы бер үҙенсәлекле сәскәлек барлыҡҡа килде. Унда ҡыҙыл петуниялар ултыртылған.

Был матурлыҡ та «Флора» хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән тыуҙырылған. Эскизын да учреждениеның белгестәре эшләгән. Ҡала халҡы ла быға һоҡланыуын йәшермәне. Социаль селтәрҙәрҙәге биттәр ошо һүрәттәр менән тулды.
- Ҡала урамдарында ғәҙәти булма-ған сәскәлектәр ултыртыу күптәнге хыял ине. Идеяларыбыҙҙың ҡала халҡына оҡшауынан күңел күтәрелеп китә. Ижади эштәребеҙҙе баһалауҙары - проектты бойомға ашырыу өсөн көс һалыусылар өсөн төп награда. Артабан да петуниялар күҙҙең яуын алып, тирә-йүнгә матурлыҡ һибеп ултырһын ине, - ти «Флора» учреждениеһы директорының төҙөкләндереү буйынса урынбаҫары Юлиә Байғужина.
Читайте нас: