Килешеү шарттары буйынса, 31 октябрҙә эштәр тамамланырға тейеш. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов объектты тикшергәндә подрядсы ойошмаға эштәрҙе тиҙерәк башҡарып, тапшырыу ваҡытын тиҙләтергә тигән теләген белдерҙе.
Бекетов урамында йәшәгән халыҡ был юл эшләнеп бөтөүен түҙемһеҙлек менән көтә. Ямғыр канализацияһын монтажлау тамамланған, әле подрядсы компания хеҙмәткәрҙәре борт таштары ҡуйыу менән мәшғүл.
- Эштең киләһе этабы - тротуар төҙөү, артабан асфальт һалыу башланасаҡ. План буйынса эшләйбеҙ, 2020 йылдың 31 октябрендә тамамларға тейешбеҙ, - ти подрядсы ойошманың баш инженеры Игорь Михольский.
- Эштәр килешеү буйынса барһа ла, темпы бик түбән. Беҙ һеҙҙең менән май айында осраштыҡ. Әлеге ваҡытҡа тиклем бында юлды төҙөп тапшырырға мөмкин ине. Кешеләрҙе тиҙерәк эшкә йәлеп итегеҙ, объект август аҙағына тамамланырға тейеш, - тине Игорь Миронов подрядсыларға.
- Август аҙағына проектты тамамлау мөмкин түгел, әммә эштәрҙе ҡыҙыулатырға тырышырбыҙ, - тип яуапланы Игорь Михольский.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проектта автомобиль парковкалары, ҡара тупраҡ килтереү ҡаралмаған. Ҡала хакимиәте башлығы тәҡдимдәр индерҙе, килеп тыуған мәсьләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итергә әҙерлеге тураһында әйтте. Шулай уҡ, юлға транспорт хәрәкәте тиҙлеген сикләүсе знактар ҡуйыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.