Әле яңыраҡ аллеяла петуния сәскәләре ултыртылған матур йәшниктәр ҡуйылды.
- Был - предприятиебыҙҙың күптәнге хыялы ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проект беҙ теләгәнсә тиҙ генә бойомға ашырылманы. Үҙ көсөбөҙ менән йәшниктәр һатып алдыҡ. Дуҫтарыбыҙ ярҙамында конструкция йыйылды. Һәм, ниһайәт, теләгебеҙ бойомға ашты. Был сәскәләрҙе агрономыбыҙ Гәүһәр Ғәлиәкбәрова үҫтерҙе. Уларҙы тәрбиәләүҙе, һыу һибеүҙе тулыһынса үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Һирәкләнгәндәрен яңылары менән тулыландырып торасаҡбыҙ. Төрлө-төрлө сағыу төҫтәр һайланыҡ. Проектты хуплағаны өсөн ҡала хакимиәте башлығы Игорь Мироновҡа айырым рәхмәт белдерәбеҙ, - ти «Флора» муниципаль бюджет учреждениеһы директорының төҙөкләндереү буйынса урынбаҫары Юлиә Байғужина.
Бөтәһе петуния ултыртылған 66 йәшник ҡуйылды. Улар октябрь айына тиклем сәскә атып, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын шатландырып ултырыр әле. Тик шуныһы, уларҙы урлап, ватып-емереп бөтөрмәһендәр ине.
- Матурлыҡты бергәләп һаҡлайыҡ. Беҙҙе шатландырып, яҡшы кәйеф биреп имен-аман ғына үҫеп ултырһындар, - тип һүҙен йомғаҡланы Юлиә Радик ҡыҙы.
Ундағы ял итеүселәр ҙә был идеяны бик хуплай.
- Аллеябыҙ тағы ла күркәмләнеп ҡалды. Иң мөһиме, уны бергәләп ҡурсаларға кәрәк. Үҙебеҙ ошонда ғаилә менән ял итергә киләбеҙ. Беҙҙе шатландырып, күҙҙең яуын алып ултырһындар, - ти улар.