газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Июль 2020, 11:09

Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне

21 июлдә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптар йәмәғәтселеге – профессорҙар, белгестәр, тармаҡ ветерандары һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге менән осрашты.

Сарала коронавирус пандемияһы осоронда һаулыҡ һаҡлауҙың төп мәсьәләләре ҡаралды. Республика Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәрен яңы инфекция менән көрәштә, бар йүнәлештәр һәм сирҙәр буйынса дауалауҙа ныҡлыҡ һәм профессионализм теләне.
- Дүрт айҙан күберәк ваҡыт элек, коронавирус таралыу менән бәйле, республикала юғары әҙерлек режимын индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайным. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы ярҙамында был үтә лә ауыр юлды лайыҡлы үттек, – тине Радий Хәбиров. – Хәл элеккесә ҡатмарлы ҡала. Сирлеләр һаны күп, үлем осраҡтары ла бар. Коронавирус медицинаның үҫешендә, сирлеләрҙе дауалауҙа пландарыбыҙҙы емерҙе. Бөгөн бында йәшәүселәрҙең сәләмәтлеге өсөн киләсәктә төбәктә ҡабул ителергә тейешле саралар хаҡында бергә уйларға кәрәк.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус менән бәйле хәл хаҡында һөйләне.
– Һуңғы бер нисә аҙнала ыңғай күренеш күҙәтелә, һауығыусылар һаны сирләүселәрҙән күберәк, – тине Максим Забелин. – 21 июлгә ҡарата республикала 6386 сир осрағы теркәлгән, 4686-һы һауыҡҡан. Стационарҙа 275 пациент дауалана, 26-һы - ауыр хәлдә. 1,5 мең тирәһе кеше амбулатор дауалана.
Һаулыҡ һаҡлау министры битлек режимы һәм йәмәғәт урындарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа дезинфекциялау сараларын үткәреү хаҡында әйтеп үтте.
Министрлыҡ етәксеһе битлек режимын һаҡлауҙы хупланы һәм был сараның һөҙөмтәле икәнлеген иҫбатлана барыуы хаҡында әйтте.
Төбәк Башлығы шулай уҡ яңы уҡыу йылы алдынан иҫкәртеү сараларының айырыуса мөһим икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул Гигиена һәм эпидемиология үҙәге етәксеһе Анна Казакка педагогтар һәм уҡыусылар өсөн төбәк санитар нормаларын уйларға ҡушты.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәренең республиканан ситтә эшләүе хаҡында һөйләне. Ҡарасәй-Черкес Республикаһында табиптарыбыҙ ковид сирлеләр өсөн 760 койка урын булдырҙы һәм ундағы хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашты. Башҡортостандан 55 табип коронавирус инфекцияһы менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Ҡырғыҙстанға ла юлланды. Ҡырғыҙстанда әле коронавирусҡа бәйле хәл үтә лә ҡатмарлы булып ҡала. Беҙҙең табиптар урындағы белгестәргә мәкерле сир менән көрәшеүҙә ойоштороу-методик ярҙам күрһәтәсәк, ауыр сирлеләрҙе дауалау буйынса консультация үткәрәсәк.
Осрашыуҙа пандемия осоронда медицина ойошмалары эшмәкәрлеге хаҡында ла һөйләнеләр. Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, инфекцияға ҡарамай, эш күләме бер аҙ кәмегән. Был планлы операцияларға ла, юғары технологик ярҙамға ла ҡағыла.
Медицина өлкәһендәге ҙур проекттар хаҡында һүҙ барғанда Радий Хәбиров ПЦР-тест үткәреү үҙәген ойоштороу һәм Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағында Гемотология һәм балалар онкологияһы үҙәген төҙөү идеяларын хупланы.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Милли медицина палатаһы президенты Дамира Сабирйәнованың коронавирус менән көрәшкә бәйле барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен иҫтәлекле билдә һәм ошоға ярашлы танытма менән бүләкләү башланғысын хупланы. Был награданы федераль кимәлдә булдырҙылар. Төбәк Башлығы хәүефле сир менән көрәшкәндәрҙең береһен дә онотмау өсөн исемлекте ныҡлап тикшереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Салауат ҡала дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә шәхси һаҡланыу саралары етерлек, дауахананың бөтә бүлексәләрендә лә дезинфекция даими үткәрелә. Инфекцион госпиталдә 98 пациент дауалана, уларҙың икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Республикала ауыр иҡтисади хәл булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен финанслау кәметелмәй. Пандемия ваҡытында дауаханаларҙа бик күп ҡорамалдар яңыртылды. Компьютер томографы, үпкәне яһалма елләтеү аппараты һәм башҡа ҡиммәтле медицина техникаһы, лаборатория ҡорамалы һатып алынды. Йыһазландырыу буйынса был процесс артабан да дауам ителер тип көтөлә.
Читайте нас: