Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Июль 2020, 10:02

Йорттар төҙөк, подъездар таҙа булһа

Ҡалала «Күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау» программаһы сиктәрендә подъездарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Аҙна башында эштәр барышын тикшерергә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов үҙе сыҡты.

Тәүге адрес - Карл Маркс урамының 4-се йорто.
- Туғыҙ йортто тапшырҙыҡ, әле тағы өс йортта ремонт бара, был ун подъезд тирәһе. Ошондай йорттарҙың береһе - Карл Маркс урамы, 4. Бында 1-се, 2-се подъездарҙа эштәр тамамланып килә. Тамбурҙа ишектәр ҡуйырға һәм фасад өлөштө яңыртырға ғына ҡалды. Башҡаларында демонтаж уҙғарылған. Тиҙҙән бригада эштәргә тотнасаҡ, - тип һөйләй «Берләшкән төҙөлөш компанияһы» йәмғиәтенең техник директоры Динар Ғүмәров.
Программаға ярашлы, комплекслы алып барыласаҡ эштәр барышында йорттарҙың инеү ишектәре һәм баҫҡыс майҙансыҡтарындағы тәҙрә-ләр яңыртыла, почта йәш-никтәре, яҡтыртҡыстар һәм һүндергестәр алыштырыла, тамбур зонаһында кафель һалына, ағартыу-буяу, электр-монтажлау эштәре уҙғарыла. Финанслау бюджет аҡсалары иҫәбенә башҡарыла. Бөтә эш-тәр ҙә йорттарҙа йәшәүселәр менән килешелгән.
- Ремонт менән ҡәнәғәтбеҙ. Дәғүәләр юҡ, сифатлы эшләйҙәр. Бригада иртәнән алып кискә тиклем ошонда ҡайнай, - ти улар.
Шулай уҡ булған проб-лемалар ҙа ҡуҙғатылды. Бында йәшәүселәр йорт алдында яҡтыртыу ҡорамалдарының булмауына зарлана. Ә был эш «Күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау» программаһына индерелмәгән. Йорт шулай уҡ «Башҡорт ихаталары» программаһына инергә тейеш булған. Әммә, килеп тыуған эпидемиологик хәл арҡа-һында, уның исемлектән төшөп ҡалыуы бар. Башлыҡ проекттарҙан ғына ярҙам көтөп ятырға кәрәкмәй, тине.
- «Башҡорт ихаталары»на ғына ышаныу дөрөҫ түгел. Идара итеүсе компания башҡа юлдар эҙләргә тейеш. Йортта йәшәүселәр менән йыйылыштар уҙғарығыҙ, төрлө варианттар тәҡдим итегеҙ. Проблемаларға битараф булмағандары өсөн бында йәшәүселәргә рәхмәт, - тине Игорь Геннадьевич.
Башлыҡ шулай уҡ йыйылыу-сыларҙы хәҙер аҙна һайын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылған брифинг уҙғара башлаясаҡтары менән таныштырып уҙҙы. 1-1,5 сәғәт дауамында улар халыҡтың нимәгә хоҡуҡтары булыуҙары тураһында һөйләйәсәк. Ул барыһын да брифингта актив ҡатнашырға саҡырҙы.
Артабан комиссия Матросов урамы, 16 адресына юлланды. Бында ла эштәр тамамланып килә.
Игорь Миронов, ошо йорттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, быға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
- Ҡалала подъездар ремонтланыу дауам итә. Быйылға 29 йорт, йәки 102 подъезд ремонтлау күҙаллана. Подрядсы ойошмалар график буйынса эш башҡара. Бөгөн шәхсән үҙем тикшерергә ҡарар иттем. Бөтәһе лә шыма түгел, дәғүәләр бар. Әйтәйек, кабель-сымдар ипле итеп йыйыл-маған, ишектәргә сикләүсе механизмдар ҡуйылмаған. Дөрөҫ, элеккегә ҡарағанда күпкә ыңғай күренештәр күҙәтелә. Әммә дөйөм картина тағы ла матурыраҡ, күркәмерәк булһын өсөн өҫтәмә эштәр башҡарыу талап ителә. Мәҫәлән, плитка һалыу, иҙән япмаһын алыштырыу кеүек эштәр программаға инмәгән. Ә ҡайһылай шәп булыр ине. Юғиһә, матур итеп буялған стеналар янында ҡотһоҙ иҫке бетон япма дөйөм күренеште боҙа. Мин үҙ фекерҙәремде, дәғүәләремде белдерҙем, подрядсы ойошмалар уларҙы бөтөрөргә вәғәҙәләне. Быны ваҡыт үҙе күрһәтер.
Читайте нас: