Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Июнь 2020, 10:55

Һыу инеүселәргә кәңәштәр

* Табиптар һыуҙа 20 минуттан да артыҡ йөҙөргә кәңәш итмәй. Был ваҡытты ла яйлап ҡына арттырырға кәрәк.

* Табиптар һыуҙа 20 минуттан да артыҡ йөҙөргә кәңәш итмәй. Был ваҡытты ла яйлап ҡына арттырырға кәрәк.
* Организм һыуынғанда, тән тартышыуы, тын алыу туҡталыуы ихтимал. Иң яҡшыһы - ял итә-итә, 15-20 минут самаһы һыу инеү.
* Ҡояшта оҙаҡ ҡыҙынғандан һуң , ҡапыл һыуға ырғыу, ярҙан һикереү ҡәтғи тыйыла.
* Таныш булмаған ерҙә һыу инәһегеҙ икән, хәүефһеҙерәк урынды һайлай белегеҙ. Бейек урындан һикермәгеҙ, һыу аҫтында ағас тамырҙары, осло әйберҙәр, башҡа нәмәләр булыуы мөмкин.
* Ярҙан бик алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ, сөнки хәлегеҙҙе дөрөҫ билдәләмәүегеҙ бар. Арығанлығығыҙҙы тойһағыҙ, үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Һыуҙа ял итергә була. Бының өсөн арҡала йөҙә белергә кәрәк. Арҡағыҙға ятып, ҡул һәм аяҡтарығыҙҙы еңелсә хәрәкәтләндереп, көс-хәл йыя алаһығыҙ. Аҙаҡ мөмкин тиклем тиҙерәк яр ситенә сығырға ашығығыҙ.
* Әгәр ҙә ағымға эләккәнһегеҙ икән, унан ысҡынырға тырышып, хәлегеҙҙе бөтөрмәгеҙ. Ағым ыңғайына йөҙөп, ярға табан ынтылығыҙ.
* Һыу өйөрмәһенә эләкһәгеҙ, ҡаушап төшмәгеҙ. Үпкәгеҙгә мөмкин тиклем күберәк һауа туплап, көслө ынтылыш менән ситкә сумып, йөҙөп сығырға тырышығыҙ.
* Йөҙә белмәүселәргә тын тултырылған матрастар, уйынсыҡтар менән тәрән һыуҙа йөҙөү хәүефле. Улар әйләнеп китеп, йә тыны бушап, һыу төбөнә төшөп китеүегеҙ мөмкин.
* Сабыйҙар менән һыу инергә барһағыҙ, уларға һәр саҡ күҙ-ҡолаҡ булып тороғоҙ: батып ҡуймаһындар.
Читайте нас: