Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Май 2020, 14:57

Мөмкинлектән файҙаланығыҙ

Билдәле булыуынса, граждандарға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең бер өлөшөн ҡаплауға субсидия юлларға мөмкин.

Айлыҡ аҡсалата түләүҙәр айырым категория граждан-дарына тәғәйенләнә. Әйтәйек, субсидия Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-сыларға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, хәрби хәрә-кәттәрҙә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә, инвалидтарға һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә, хеҙмәт ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, күп балалы ғаиләләргә тейеш.
Аҡсаны торлаҡҡа, комму-наль хеҙмәттәргә түләүгә, капиталь ремонтҡа һәм ҡалдыҡтарға түләүгә тотонорға мөмкин. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы үҙгәргәндә субсидия күләме лә үҙгәрә.
Түләүҙәр миҙгелгә ҡарап билдәләнгәнгә күрә, Салауат ҡалаһының халыҡты социаль яҡлау үҙәге июндән аҡсалата компенсация күләмен кәметә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһы буйынса күп фатирлы йортта - 1357,61 һум, шәхси йортта - 313,09 һум булһа, июндән был сумма 812,98 һум һәм 247,19 һум тәшкил итәсәк. Ғинуарҙа, ҡышҡы осорҙа йылылыҡ өсөн түләү күләме үҙгәргәнгә күрә, компенсация ҡайтанан иҫәпләнгән. Майҙа йылылыҡ миҙгеле туҡтатылғанға күрә, субсидия күләме лә кәмей.
Ҡайһы саҡта субсидияның бөтөнләй булмауы ихтимал. Ә йылытыу миҙгеле башланыу менән, түләүҙәр арта башлағас та, социаль ярҙам төрҙәре лә үҙгәрәсәк.
„Ветерандар тураһын-да“ғы, „Радиация йоғонтоһона дусар булған граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһында“ғы, „Инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһында“ғы федераль закондарҙы, шулай уҡ хеҙмәт ветерандарына, тыл эшсәндәренә, күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы төбәк закондарын үтәүгә ярашлы, 2020 йылдың 1 июленән торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр сығымдарын айлыҡ аҡсалата компенсациялау тәртибе билдәләнә. Был хаҡтар ҡануниәт менән билдәләнгән күләмдә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең фактик нигеҙҙә иҫәпләнеүенән, бергә йәшәүселәрҙең һанынан, торлаҡ биналарҙың дөйөм майҙанынан сығып аныҡлана.
Судсидия торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр буйынса бурыстар булмаған осраҡта ғына бирелә.
Читайте нас: