- Башҡортостан Хөкүмәте ҡаланың яңы мэрын эште юғары кимәлгә сығарырға һәм иң яҡшы менеджер сифаттарын күрһәтергә һәләтле етәксе итеп күрә, - тип билдәләне Андрей Назаров.
Апрелдә ошо вазифаны биләгән Динар Хәлилов отстав-каға китте. Башҡортостан Баш-лығы Радий Хәбиров Салауат мэры вазифаһына респуб-лика сәнәғәт һәм энергетика министрының беренсе урынба-ҫары Игорь Мироновтың кандидатураһын тәҡдим итте.
Унан башҡа ҡала башлығы вазифаһына конкурста тағы бер нисә кандидат ҡатнашты. Республика башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов етәкселегендәге конкурс комиссияһы һәм депу-таттар корпусы Игорь Миронов өсөн тауыш бирҙе.
Игорь Геннадьевич уға ыша-ныс белдереүҙәр өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың иң перспективалы ҡалаһының ар-табанғы үҫеше өсөн бар көсөн һаласаҡмын тип ышандырҙы.
- Бөгөн минең өсөн мөһим һәм тулҡынландырғыс көн. Депутаттар корпусы миңә ышаныс белдерҙе һәм Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү тура-һында ҡарар ҡабул итте.
Минең иңемә ниндәй яуаплылыҡ ятыуын яҡшы аңлайым. Был хакимиәт эшмәкәрлеге өсөн генә түгел, бөтә Салауаттың үҫеше өсөн яуаплылыҡ. Ҡаланың ҙур үҫеш потенциалы, уңыштары бар, әммә проблемалары ла етерлек һәм беҙ уларҙы ҡала халҡы мәнфәғәттәренән һәм фекерҙәренән сығып хәл итергә тейеш. Ҡаланың социаль-иҡтисади именлеген һәм салауаттарҙың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн бөтә булған белемемде, көсөмдө һалырға тырышасаҡмын, - тине ҡала башлығы.
БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урын-баҫары Андрей Назаров Салауатҡа эшлекле сәфәре барышында ҡаланың «Гидрав-лика» предприятиеһы эшмәкәр-леге менән дә танышты.