Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Май 2020, 13:16

Салауаттар көткән юл

Ҡаланың яңы биҫтәләрендә йыл һайын ниндәйҙер участкала юлдар һалынһа ла, был мәсьәлә һаман көнүҙәк булып ҡала. Оҙаҡламай Бекетов урамында Салауат Юлаев бульвары киҫелешенән алып Ленинград урамы киҫелешенә тиклем яңы юл һалыу ҡаралған.

Әлеге ваҡытта унда әҙерлек эштәре башланған. План буйынса юл октябрь айына ҡәҙәр сафҡа индерелергә тейеш. Ә подряд ойошмаһы уны йәй аҙаҡтарына тапшырырға ниәт итә. Бының өсөн техникаһы ла, материалдары ла етерлек.
- Юлдың дөйөм оҙонлоғо - 539 метр, киңлеге 8 метр. Көнбайыш яҡтағы тротуары 3 метр, көнсығыш яҡтағыһы 2 метр киңлектә. Әле эштең башланғыс этабы - ямғыр-ҡар һыуҙарын ағыҙыу өсөн канализация һалыуға траншеялар ҡаҙыла. Юлдың үҙәне билдәләнә, тротуарҙар һалынасаҡ урын әҙерләнә. Шунан төп юлға ҡырсынташ һалына башлаясаҡ. Юл ситенә бордюрҙар ҡуйылып, асфальт һалынғас, унда юл билдәләрен һалып сығыу, юл ситтәрен тәртипкә килтереү талап ителә, - тип һөйләй «Махсус автохужалыҡ» предприятиеһы вәкиле.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов салауаттарҙың был участкала юл һалыныуын күптән көтөүен һәм эштең барышын шәхсән контролдә тотасағын белдерҙе. Юл сифатлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш, тине ул.
Читайте нас: