Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Май 2020, 10:59

Эшләүен эшләгәндәр ҙә, тик ялыуҙар күп

„Башҡорт ихаталары“ програм-маһы республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, йорт янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота.

Беҙҙең ҡалала ла ошо программа буйынса апаруҡ йорт билмәләре төҙөкләндерелгән. Эшләүен эшләгән-дәр ҙә ул, тик бына халыҡтан ҡала хакимиәтенә эштәрҙең сифатһыҙ булы-уына зарланып күп ялыуҙар килгән. Аҙна башында ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Игорь Миронов проблемалары участкаларға тикшереү менән сыҡты. Ул Калинин урамындағы 70-се, Космонавтар бульварындағы 48-се һәм Пархоменко урамындағы 15-се йорт алдарындағы ихаталарҙа булды. Биләмәләрҙең барыһы ла 2017 йылда төҙөкләндерелгән булған. Ремонт башҡарылыуға бик аҙ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, хәлдәр торошо бында бик шәптән түгел. Спорт майҙансыҡтарында резина япмалар эшлектән сыҡҡан, балалар майҙансыҡтарына талаптарға тап килмәгән ҡом һибелгән һәм тағы әллә күпме етешһеҙлектәр бар.
- Халыҡ был эштәрҙе түҙемһеҙлек менән көткән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өмөттәре аҡланмаған. Эштәр аҙағына тиклем алып барып еткерелмә-гән. Подряд ойошмалары менән осра-шып, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итергә кәрәк. Гарантия ваҡыты үтмәгән әле. Идарасы компаниялар был йорттарҙа йәшәүселәр менән йыйылыштар үткәреп, һөйләшеүҙәр алып барасаҡ. Аңлашыла, финанс мәсьәләһен хәл итеү еңелдән булмаясаҡ. Ҡала хакимиәте ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышыр. Проблеманың осо-ҡырыйы күренмәй, әммә теләк булғанда бөтә хәлдәрҙән дә сығыу юлын табырға мөмкин. Бынан ары ихаталарҙы төҙөкләндереүгә етди ҡарарға, һәр этабын контролдә тоторға кәрәк, - тине Игорь Геннадьевич.
Читайте нас: