газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Май 2020, 11:06

Үҙ аллы изоляция артығыраҡ булып китте, ахырыһы

Эй, был коронавирус тигән нәмәләре. Донъяның аҫтын өҫкә килтереп бөтөрҙө бит. Үҙ аллы изоляция режимы кешеләргә ыңғай яҡтан ғына түгел, кире яҡтан да күпләп тәьҫир итергә өлгөрҙө.

Статистиканан күренеүенсә, ошо осорҙа айырылышыусылар һаны ла артҡан. «Көнө-төнө дүрт стена эсендә ир менән ҡатынға нисек түҙергә», «Ғаиләне нисек һаҡлап алып ҡалырға?» тигән мәҡәләләр ҙә йыш ҡына күренгеләй башланы. Ҡатын-ҡыҙға артыҡ һүҙ тейҙереп булмай - ашарға бешереү, балаларҙы уҡытыу һәм башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр уның иңендә ҡала бирә. Таныш-тоноштар менән аралашып алғанда ла ирем интернеттан теләһә ниндәй хәбәрҙәр йыйып, видеолар ҡарап, телефон, компьютер артында тик ята, арҡыры таяҡты тура ла алып һалмай, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Аҡыллы кеше, әлбиттә, был мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға тырыша, берәй шөғөл табып күңелен йыуата. Ә башҡалары иһә юҡтан сүп эҙләй.
Яңыраҡ почтаға гәзит ебәрергә килдем. Мин барғанда уҡ бер ир уҙаманы касса артында тора ине. Оператор уның хаттарын эшкәртеүҙе тамамлағас, теге иргә мөрәжәғәт итеп, былай тине:
- Һеҙҙең хатығыҙ 20 грамдан артып киткән. Ике хатҡа өҫтәп 3-әр һум, йәғни, йәмғеһе 6 һум түләргә кәрәк буласаҡ, - тине.
Бер секунд эсендә ирҙең йөҙҙәре берсә ағарҙы, берсә ҡыҙарҙы.
- Юююҡ, мин һеҙгә бер тин дә түләргә йыйынмайым. Ни өсөн конверт менән хатты бергә үлсәйһегеҙ? Һеҙ хаттың саф ауырлығын ғына иҫәпләргә тейешһегеҙ, - тип екеренә башланы.
Оператор ғына түгел, почта начальнигы ла был хәлгә ҡыҫылып, иргә хәлдең айышын төшөндөрөрөгә тырышты.
- Беҙ бит хатты конвертта ҡабул итәбеҙ, посылкалар ебәргәндә лә әйберҙәрҙе төргәккә һалынғандарын алабыҙ. Кем түләргә тейеш һуң ауырлыҡ хаҡын? - тине.
Әммә ир ишетергә лә, тыңларға ла теләмәне, үҙенекен иҫбатлауын дауам итте. Сират та йыйылып китте.
Шунда бер ҡатын түҙмәйенсә, уға өндәште.
- Хөрмәтле әфәнде, һеҙҙең әкиәтегеҙҙе тыңлап торорға беҙҙең ваҡыт юҡ. Бер минутҡа магазин-фәләнгә сығырға ҡурҡып тораһың был эпидемия осоронда, ә һеҙ бында бөтә иғтибарҙы үҙегеҙгә генә талап итәһегеҙ. Йәһәтерәк ҡыланығыҙ, - тип әйтеүенә теге ир тамам сығырынан сыҡты.
- Ана бара юлың! Аҡыл өйрәтеп торма бында, - тип екеренде.
Ҡатын түҙә алмайынса сығып китте.
Оператор иргә икенсе почта бүлексәһенә үтеүен һораны. Әммә тегене, цементҡа беркетеп ҡуйғандармы ни, урынынан да шылманы.
- Бер ҡайҙа китмәйем дә, бер тин түләмәйем дә. Хатымды ҡабул итеүегеҙҙе талап итәм, - тине ул уҫал тауыш менән.
Был мәшхәрҙән тиҙерәк ҡотолғоһо килгән оператор барыбыҙҙың күҙ алдында үҙенең янсығынан аҡса сығарып түләп, хатын алып ҡалды.
- Эшһеҙ өйҙә оҙаҡ бик-ләнеп ултырыу бына нимәгә алып килә! Бөтөнләй аҡылдан шашты халыҡ. Интернеттан теләһә ниндәй видеолар ҡарайҙар, шунан унда яҙылған килделе-киттеле закондар менән беҙҙең танау төбөндә болғайҙар. Әлеге осраҡта ла ул хаҡлы түгел, әммә, күреүегеҙсә, барыбер еңеп булмай. Һуңғы ваҡытта бигерәк күбәйҙе ошондай хәлдәр. Кеше аптырауынан ни эшләргә, кемгә барып бәйләнергә белмәй. Тиҙерәк тамамланһын ине был пандемия, - тине бүлексә етәксеһе.
Шунда почта хеҙмәткәрҙә-рен йәлләп ҡуйҙым. Ошондай әҙәмдәрҙән ҡотолоу өсөн һәр береһенә аҡсаһын түләй башлаһа, үҙҙәренә ниндәй аҡсаға көн күрергә ҡала һуң? Улар ҙа бит тере әҙәм бәндәләре. Бер-беребеҙгә ихтирамлыраҡ булһаҡ ине. Ысынлап та, изоляция шарттары артығыраҡ булып китте, ахырыһы...
Читайте нас: