газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Апрель 2020, 13:18

Барыһы ла эшкәртелә

Ҡала урамдары буйлап юлдарға һыу һиптереүсе машиналарҙың үтеүен күрһәгеҙ, белегеҙ, улар юлдарҙы йыуҙыртып ҡына ҡалмай, шулай уҡ уны төрлө вирустарҙан да эшкәртә. Был көндәрҙә йәмәғәт урындарында, торлаҡ йорттарҙың подъездарында һаҡлыҡ сараларын башҡарыу юғары иғтибар үҙәгендә.

Коронавирусҡа ҡаршы тороуҙоң айырым ҡағиҙәләре бар. Кеше йөрөгән урындарҙы зарарһыҙландырыу - шуларҙың береһе. Беҙҙең ҡалала йәмәғәт урындарын дезинфекциялау менән «Махсус автохужалыҡ» һәм «Флора» ойошмалары шөғөлләнә. «Махсус автоху-жалыҡ» вәкиле белдереүенсә, был эште улар таңғы 5-тә башлай һәм көндөң тәүге яртыһына тиклем бөтә урам-дарҙы һәм туҡталыш павильон-дарын эшкәртеп сығып өлгөрә. Туҡталышта павильондар бул-маған хәлдә лә, уның урыны эшкәртелә.
- Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, коронавирусҡа ҡаршы тороу өсөн 31 март-тан үҙаллы изоляция режимы индерелде. Был мәкерле сирҙең таралыуына кәртә ҡуйыу маҡсатында, беҙҙең ҡалала дезинфекциялау саралары күрелә. Көн һайын 7 берәмек махсус техника юлдарҙы, тротуарҙарҙы, туҡталыш па-вильондарын эшкәртә. Бының өсөн 3 процентлы хлоромин Б шыйыҡсаһы файҙаланыла. Шулай уҡ 16 кеше парктарҙы, скверҙарҙы, аллеяларҙы “Сабидез” шыйыҡсаһы менән дезинфекциялай, - ти ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юрий Носенко.
- Подъездар 26 марттан алып көн һайын, шул иҫәптә ял көндәрендә лә, хлоромин Б1 тигән дезинфекциялаусы шыйыҡса менән эшкәртелде. Был шыйыҡса Роспотребнадзор инструкцияһы буйынса әҙер-ләнә. Республика Башлығы бойороғона ярашлы, подъез-дарҙы эшкәртеү регламенты үҙгәрҙе - был аҙнанан алып был эш аҙнаһына ике тапҡыр башҡарыла, - ти 8-се торлаҡ идаралығының мастеры Валентина Дьякова.
Ул шулай уҡ ихаталарҙағы балалар майҙансыҡтарын зарарһыҙландырыуҙы ла атҡара башлауҙарын һөйләне. Быға тиклем майҙансыҡтар тик уйнау тыйыла тигән, махсус таҫмалар менән уратып ҡуйылһа ла, халыҡ уларҙы өҙөп ташлай һәм балалар унда уйнай. Шуға күрә аҙнаһына бер булһа ла, уларҙы эшкәртеү ҡарары ҡабул ителгән.
8-се торлаҡ идаралығының директоры Людмила Калинина әйтеүенсә, улар үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡарай, эшкәртеү сараларына сығымдар өсөн милекселәрҙән өҫтәмә аҡса йыйылмай, ә барыһы ла йортто ҡарау өсөн йыйылған аҡса иҫәбенә башҡа-рыла. Ул подъездарҙы зарарһыҙ-ландырыу өсөн махсус айырым кешеләрҙе ялларға тура килеүен, дезинфекциялау сараларының да ярайһы уҡ ҡиммәткә төшөүен билдәләп үтте.
Подъезды эшкәртеүсе иң тәүҙә почта йәшниктәрен, шунан лифт төймәләрен, уның эсен, баҫҡыс яндауырҙарын зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән һиптереп һөртөп сыҡты, шулай уҡ подъезға инеү ишектәрен, домофон төймәлә-рен дә эшкәртергә онотманы.
Торлаҡ идаралығы хеҙмәт-кәрҙәре салауаттарға һаулыҡ теләп, үҙ аллы изоляция талаптарын үтәп, өйҙә ултырырға саҡыра. Беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ, һеҙ беҙҙең хаҡҡа өйҙә ҡалығыҙ, ти улар.
Читайте нас: