Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Апрель 2020, 10:36

Вирусҡа ҡаршы көрәш - бөтә ерҙә таҙалыҡ

Подъезығыҙҙа хлорка еҫе сығамы - быға аптырамағыҙ һәм асыуланмағыҙ ҙа. Киреһенсә, халыҡты хәстәрләп әлеге ваҡытта коронавирусҡа ҡаршы көрәштә даими профилактика эшенең башҡарылыуына шатланырға ғына кәрәк. Был бит бөгөнгө көндә бик мөһим.

Әлеге ваҡытта барлыҡ идара итеүсе компаниялар торлаҡ йорттарҙың подъездарында махсус шыйыҡса менән эшкәртеү сараларын атҡара. Подъезға инеү ишектәре, домофондар, яндауырҙар, тәҙрә төптәре, почта йәшниктәре хлорлы шыйыҡса менән йә һиптерелә, йә сепрәк менән һөртөлә. Был эш көн һайын башҡарыла, ә эшкәртеүсе хеҙмәткәрҙәр махсус кейемдә эшләй.
Йорттарҙан тыш, ҡалала йәмәғәт урындарын эшкәртеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. «Махсус автохужалыҡ» ойошмаһы төп урамдарҙағы юлдарҙы иң тәүҙә ҡышҡы бысраҡтан таҙарта, һуңынан ғына махсус шыйыҡса менән һиптереп сыға. Шулай уҡ был предприятие хеҙмәткәрҙәре тротуарҙарҙы, туҡталыш павильондарын да эшкәртә.
«Флора» муниципаль предприятиеһы иһә йәмәғәт урындарынан парктар, аллеялар, скверҙар өсөн яуаплы. Ойошма директорының урынбаҫары Ишбулат Иҫәнбаев билдәләүенсә, улар йәмәғәт урындарын Салауат, Стәрлетамаҡ профессорҙары уйлап тапҡан «Сабидез» тигән шыйыҡса менән эшкәртә. Уның кеше өсөн зарары юҡ, халыҡ, шул иҫәптә балалар йөрөгән урындарҙа бер сикләүһеҙ ҡулланырға була.
- Беҙгә ҡала мәҙәниәт һәм ял паркын, шулай уҡ Салауаттағы барлыҡ аллея, парктарҙы эшкәртеү йөкмәтелгән. Беҙ уларҙы көнөнә бер тапҡыр эшкәртеп сығырға бурыслы. Был эшкә бөгөнгө көндә “Флора” ойошмаһының йәшелләндереүсе һәм ҡар, урам таҙартыусы бригадалары йәлеп ителгән, - ти ул.
Шулай уҡ полиция һәм контролләүсе органдар вәкилдәре ҡалаға сит илдән ҡайтып, үҙ аллы изоляция режимын үтәүселәрҙе лә даими тикшереп тора. 1 апрелгә ҡарата ундайҙар Салауатта 412 кеше. Барлығы коронавирусты асыҡлау маҡсатында 430 проба алынған.
Читайте нас: