газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Апрель 2020, 10:33

Соҡор-саҡыр ҡалыр таҡыр

Яҙ етеп, ҡар иреү менән соҡор-саҡырҙар ҙа асыла башланы. Был, водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Айырыуса,бынан автоһәүәҫкәрҙәр ыҙа сикте. Машина тәгәрмәстәре соҡорҙарға эләгеп, транспорт саралары зыян күрҙе. Республика Хөкүмәтенең ултырышында ла был турала йыш һөйләнелә.

Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә ҡалала уҙған аҙна тотондолар - Губкин урамындағы Калинин урамынан С.Юлаев бульварына тиклемге өлөшөндәге соҡорҙарҙы ҡайнар асфальт менән ҡаплай башланылар. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, юлдар торошо бында бик мөшкөл хәлдә ине.
- Ҡала халҡы ла тап ошо урындарҙа юлдарҙың насар булыуына зарланып мөрәжәғәт итте. Шуға эштәрҙе үрҙә атап үтелгән урамдарҙан башларға булдыҡ. Тәүҙә иҫке ҡатлам аҡтарып алынды, таҙартылды, ҡыҫҡаһы, ентекле итеп әҙерләнде. Шунан һуң ғына эшселәр асфальтлауға тотондо. Апрелдә ремонт эштәре тағы ла ҡыҙыулана төшәсәк. Төньяҡ, Ленинград, Беренсе май урамдарында, өлөшләтә Өфө урамында тулыһынса асфальт алыштырыласаҡ, - тип һөйләне ҡала хужалығы идаралығының юл хужалығы һәм төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Айҙар Әхмәтвәлиев.
Ҡала халҡы юлһыҙлыҡ мәсьәлә-ләренең быйыл ҡалала уңышлы хәл итәсәгенә бик өмөтләнә.
Читайте нас: