Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Апрель 2020, 10:39

Мәҙәниһеҙлек үҙе ошо түгелме?

Яҙ етте, ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә, тип ҡыуанабыҙ. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был миҙгелдә кешеләрҙең мәҙәниһеҙлеге лә күренә шул.Ҡар иреү менән, сүп-сар, бысраҡлыҡ та өҫкә ҡалҡа.

Гәзит битендәге фотоһүрәт тә ошоно раҫлай түгелме? Фото үҙем йәшәгән йорт алдында яңы ғына төшөрөлдө. Ҡала буйынса ундай ҡыйҙы бөтәһен бергә йыйһаң, ниндәй ҙур өйөм барлыҡҡа килеүен күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Төпсөктәрҙе ергә ырғытмайынса, махсус һауытҡа йыйып, һуңынан уны сүп контейнерҙарына ырғытыу ни тиклем яҡшыраҡ булыр ине лә бит? Йыйыштырған ерҙә түгел, бысратмаған ерҙә таҙа, тиҙәр бит. Шигем юҡ, урамды һепереүселәр йыйып алыр ул төпсөктәрҙе. Ә бит сүп-сар төпсөктәрһеҙ ҙә етерлек. Ошо фотоға ҡарап хатта күҙ ояла.
Читайте нас: