Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Апрель 2020, 10:31

Эскелек яҡшыға алып бармай

Башҡортостанда эскелеккә һәм легаль булмаған алкоголь һатыуға ҡаршы көрәш йылдан-йыл киңерәк йәйелдерелә. Һуңғы ҡыңғырау байрамы, Яңы йыл каникулдары осоронда спирты эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу, сикләү - шуларҙың бер юлы. Һәм бына тағы республика етәксеһе Радий Хәбиров 1 апрелдән алып һәм “Юғары әҙерлек” режимын ғәмәлдән сығарғанға тиклем төбәк биләмәһендә алкоголь тауарҙарын берәмләп һатыуҙы өҫтәмә рәүештә сикләү буйынса указға ҡул ҡуйҙы.

“Киске сәғәттәрҙә спиртлы эсемлек алырға барыу яҡшыға түгел. Шул уҡ ваҡытта легаль булмаған алкоголь һатыуға ҡаршы көрәш сараларын көсәйтәбеҙ. Был кемгәлер оҡшамаһа, ғәфү үтенәм. Тарих үҙе хөкөм итер”, - тип яҙып сыҡты республика етәксеһе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Был указға ҡул ҡуйылыу менән ҡала хакимиәтенең иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа идаралығының баш белгесе Алина Рәхмәтуллина (һүрәттә) аңлатма бирҙе.
- Республика территорияһында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, 1 апрелдән Башҡортостан Башлығының 130-сы Указы менән аҙыҡ-түлек тауарҙары магазиндарында, шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы ойошмаларында алкогелле һәм спиртлы эсемлектәрҙе киске сәғәт 6-нан алып иртәнге 10-ға тиклем һатыу тыйыла. Был бистро, эсемлектәрҙе ҡойоп һатыу ойошмаларына ла ҡағыла. Аҙыҡ-түлек һатыусы һәм йәмәғәт туҡланыуы менән шөғөлләнеүсе бөтә эшҡыуарҙарҙы, ҡулланыусылар баҙары предприятиелары етәкселерән был указды иҫәпкә алып үтәргә саҡырам. Сөнки рейдтар, тикшереүҙәр уҙғарылып торасаҡ.
Алина Рим ҡыҙы тикшереүҙәр Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге менән берлектә алып барылыуын белдерҙе һәм указды боҙоу осраҡтары асыҡланған хәлдә штрафтар һалынасаҡ, тип иҫкәртте.
Читайте нас: