Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Март 2020, 11:04

Ҡурҡыта, шомландыра, хафаға һала

Бөтә Ер шарын ялмап алған хәүефле вирусҡа бәйле хәлдәр көндән-көн ҡуйыра, ҡатмарлаша бара. Быға тиклем республикала коронавирус менән сирләүсе бер генә кеше лә булмаһа, хәҙер инде ундайҙарҙың һаны 4-кә етте.

Ҡурҡыныс... Беҙҙең ҡалала хәлдәр нисек, хәүеф төркөмөнә ҡарағандар күҙәтеү аҫтына алынғанмы, вирустан нисек һаҡланырға - ошо һәм башҡа нәмәләр тураһында Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының Салауат ҡалаһында һәм Ишембай районындағы территориаль бүлеге начальнигы Рәзилә Баһаутдинова һөйләне. Һандар 24 мартҡа ҡарата бирелде.
- Февраль айынан алып сит илдән ҡайтҡан граждандар ҡалала көн һайын тикшерелә. Һандар сәғәт һайын үҙгәреп тора, шуға аныҡ ҡына әйтеүе лә ҡыйын. Бөгөнгө көнгә ҡарата 87 кеше ҡала дауаханаһы, 38 кеше «Медсервис» йәмғиәте белгестәренең күҙәтеүе аҫтына алынған. Был кешеләрҙең тән температураһы даими үлсәнә, сит илдән ҡайтҡандың тәүге һәм унынсы көнөнә биоматериалдары тикшерелә. Иң мөһиме, улар ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа тейеш, үҙенең дә, тирә-йүндәге кешеләрҙең дә сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуймаһын. Кире осраҡта, административ штраф, ә ҡайһы саҡта хатта енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған. Хәүефле илдән сәфәрҙән ҡайтҡан кешеләр дауалау учреждениеһына был турала хәбәр итеү менән, уға дистанцион рәүештә электрон больничный асыла.
Көсөргәнешле хәл килеп тыуыу сәбәпле, баш ҡалала лабораториялар арттырылыуы, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡта айырым шарттар булдырылған өҫтәмә диагностика үҙәктәре асылыуы көтөлә. Вирус таралмаһын өсөн республикала, шул иҫәптән беҙҙең ҡалала ла күп эшләнелә, саралар күрелә. Әйтәйек, Салауатта был йәһәттән штаб булдырылған. Уны ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов етәкләй. Сит илдән ҡайтҡан кешеләрҙең йәшәгән урындарына рейдтар уҙғарыла. Уларҙа граждандарҙың ҡағиҙәләрҙе үтәү-үтәмәүе тикшерелә. Бассейндар, кинотеатрҙар ябылды, күп кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреү тыйылды. Бөтә учреждение һәм предприятие етәкселәренә санитар талаптарҙы етди үтәргә ҡушылды. Улар хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлек торошон тикшерергә, тән температураһын үлсәргә тейеш. Ауырыған осраҡта табипты өйгә саҡыртырға кәрәк. Һаҡланғанды - һаҡлармын, тигән Хоҙай. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә бәлә-ҡазанан һаҡлап алып ҡалыр: күп кеше булған урындарҙа йөрөмәҫкә, урамдан кергәс ҡулдарҙы яҡшы итеп йыуырға, вирустарҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән ҡулдарҙы эшкәртергә, битлектәрҙе ике сәғәт һайын алыштырып торорға кәрәк. Битлек тигәндәй, дарыуханаларҙа битлектәрҙең етешмәүе көнүҙәк булып тора. Республика еңел сәнәғәт предприятиелары өҫтәмә медицина битлектәре етештерә башланы. Әйткәндәй, уны йорт шарттарында ла тегергә мөмкин. Һигеҙ ҡат марлянан эшләнә ул. Шулай уҡ ике сәғәт һайын алыштырып торорға, йыуып, ике яҡтан үтекләп, тағы ҡулланһаң да була, - тине Рәзилә Ғәлим ҡыҙы.
Читайте нас: