газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Март 2020, 11:16

Таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре

Көндөң боҙолоп, ҡарлы ҡатыш ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, ҡаланың күп кенә учреждениелары өмәгә сыҡты. Әйтәйек, 11-се мәктәп уҡыусылары һәм барлыҡ коллективы ла был акцияға ҡушылған. Улар тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн мәктәп биләмәһен ҡарҙан таҙарта ине.

- Беҙ Таҙалыҡ көндәре башланғанға тиклем үк өмәгә сыҡҡайныҡ инде. Акцияға теләп ҡушылдыҡ. Мәктәп биләмәһендәге асфальт ҡарға ҡапланып ята ине. Шуларҙы таҙарттыҡ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, асфальт хәҙер ап-асыҡ. Әле лә ҡар өйөм-дәрен таратабыҙ. Сүп-сарҙан йыйыштыру, йәшелләндереү кеүек эштәр һуңғараҡ була-саҡ. Бөгөн бөтә педагогик коллектив һәм өлкән класс уҡыусылары бурыстарҙы тырышлыҡ менән башҡарҙы. Бындай саралар бик кәрәк, таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре, - ти мәктәп директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина.
Таҙалыҡ көндәренә Торлаҡ-коммуналь заказсы йәмғиә-тенең 4-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы дәррәү ҡушылған. Улар Нефтселәр проспек-тындағы 10-сы, 12-се йорт-тарҙың, Мәктәп тыҡрығындағы 9-сы йорттоң ишек алдын ҡарҙан таҙарта ине. Идаралыҡ начальнигы Екатерина Белоу-сова билдәләүенсә, тирә-яҡ биләмәне таҙартыуға бөтә кол-лектив-тары менән сыҡҡандар.
- Көн бик шәптән түгел, әлбиттә. Әммә был беҙгә таҙа-лыҡ һәм тәртип булдырыуға ҡамасауламай. Сүп-сарҙан көн һайын йыйыштырабыҙ, ә бөгөн, башлыса, ҡар өйөмдәрен таратабыҙ, боҙҙарҙы ватабыҙ. Йорт алдары ҡар ҡоллоғонан ҡотолоп ҡалыр, исмаһам. Юғиһә, ҡайһы бер өйөмдәр йәйгә тиклем дә иремәй ятыуы бар. Алда бындай сараларҙың тағы ла уҙғарылыуы көтөлә. Матурлыҡты бергәләп булды-райыҡ, - ти етәксе.
Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында бөтәһе өс дөйөм республика өмәһен, шулай уҡ 16 Таҙалыҡ көнөн, ике «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын һәм 2 майҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үткәреү планлаштырыла.
Читайте нас: