газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Март 2020, 11:00

Таҙалыҡ - һәр кемдең хәстәре

Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойошторола. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

20 мартта был республика акцияһына старт бирелде. Уның сиктәрендә ҡала предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениелары йыйыштырыу өмәләренә ҡушылды.
Был эштә Трамвай идаралығы хеҙмәткәрҙәре иң активы булып сыҡты. Һауа торошо насар булыуына ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренә тәғәйен территорияла эште башҡарҙы. Өмә Өфө урамының Космонавтар бульвары киҫелешенән алып Октябрь урамы киҫелешенә тиклемге идаралыҡ алдындағы биләмәлә йәйелдергәйне. Улар өйөлөп ятҡан ҡар тиҙерәк иреп бөтһөн өсөн уны таратты, трамвай туталыштарындағы сүп-сарҙы йыйҙы.
- Беҙгә һәр йома һайын ҡала биләмәләрен таҙартыуға сығырға кәрәклеген иғлан иткәс тә хуплап алдыҡ. Трамвай идаралығына ҡала буйынса төрлө биләмәләр беркетелгән, ә беҙҙең хеҙмәткә тап ошо, трамвай идаралығы алдын тәртиптә тотоу билдәләнгән, - ти юл хужалығы мастеры Елена Коптякова. - Мин бын-дай акцияларға ыңғай ҡараштамын. Салауат заманында республикала иң таҙа ҡала булып иҫәпләнде һәм беҙҙең олораҡ быуын уны таҙалыҡта тоторға өйрәнгән. Хәҙер инде йәштәрҙе лә ошо юҫыҡта, улар уйлап эш итһендәр, ҡаланың патриоттары булһын өсөн, өлгө күрһәтергә, тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Читайте нас: