Вирус ныҡлап таралмаһын өсөн ҡалала күп эштәр башҡарыла, бөтә ерҙә дезинфекция үткәрәләр. Шул иҫәптән, ҡала транспорттары ла күҙ уңынан ысҡындырылмай. Травмвай, автобустар махсус саралар менән эшкәртелә.
- Автобустарҙы элек тә дезин-фекциялай инек. Әммә, килеп тыуған хәлдәр беҙҙе өҫтәмә саралар күрергә мәжбүр итте. Һәр рейстан һуң ишек тотҡалары, руль, ултырғыстар, тер-миналдар хлорлы шыйыҡсалар менән эшкәртелә. Ә эш тамамланғандан һуң автобус тулыһынса, йәғни эстән дә, тыштан да, махсус иретмәләр менән дезинфекциялана, - тип аңлатма бирҙе пассажирҙар ташыусы шәхси компаниялар - «Маршрут Сервис», «Авто Лайн», «Мондиаль» йәмғиәттәре юрисы Ольга Волкова.
Пассажирҙар ташыу өлкәһендә үҙгәрештәр бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынам.
- Пассажирҙар һаны һиҙелерлек кәмене. Уҡыусылар ҙа каникулда. Шулай ҙа элек баҫып барыусылар күп булһа, хәҙер иһә, буш урындар ҙа етерлек. Халыҡ күп йөрөгән урындар-ҙа, йәмәғәт транспортында артыҡ мохтажлыҡ булмаһа йөрөргә ярамаған-лығын кеше аңлай, күрәһең. Был, әлбиттә, яҡшы. Сир хәүефле, быға һәр кем яуаплы ҡарарға тейеш, - ти юрист.
Көн дә йәмәғәт транспортты менән файҙаланыусыларҙан хәлдән нисек сығыуҙарын белешәм.
Фәнзил, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтендә эшләй:
- Көн дә трамвай менән йөрөй инем. Был хәтлем хәлдәр килеп тыуғас, трамвайҙан баш тартып торорға булдым. Йәмәғәт транспорты бит инде, кем генә йөрөмәй. Һаулыҡ ҡәҙерлерәк. Йә такси менән китәм, йә таныштарыма түләп, уларҙың машинаһына ултырып йөрөйөм.
Рәхилә, һатыусы:
- Элек гел маршруткаға сыға инем. Хәҙер йәйәү йөрөйөм. Эшләгән урыным бик яҡын түгел, шуға иртүк сығып китергә тура килә. Уның ҡарауы, хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр, ниндәйҙер еңеллек тә һиҙәм әле. Элек йыбанғанмын икән, тип уйлап ҡуйҙым.
Айназ, сәнәғәт предприятиеһы эшсеһе:
- Үҙ машинамда йөрөйөм. Шәхси транспортым булмаһа ла, йәмәғәт транспортынан барыбер баш тартып торор инем.