Яңыраҡ ҡала хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлы-ғы урынбаҫары Урал Мәғизов сауҙа һәм банк вәкилдәренә улар алдына Роспотребнадзор тарафынан ҡуйылған талаптар менән таныштырып, ҡағиҙәләр-ҙе үтәү мөһимлеген иҫенә төшөрҙө. Улар иҫәбендә кеше ҡулы йыш тейгән урындарҙы, йәғни ишек, аҙыҡ-түлек ташый торған арбаларҙың тотҡаларын, банкоматтарҙың төймәләрен даими дезинфекциялау саралары менән эшкәртеп тороу зарур, әйткәндәй был процедураларҙың араһы 2 сәғәттән артмаҫҡа тейеш.
Ултырышҡа ҡаланың барлыҡ эре сауҙа үҙәктәре, банктары вәкилдәре саҡырылғайны һәм уларһың һәр береһе вирусҡа ҡаршы тороу өсөн ниндәй эш алып барылыуы хаҡында отчет бирҙе. Хеҙмәткәрҙәр дезинфекциялау сараларын атҡарыуҙан тыш, халыҡҡа аңлатыу эше лә алып бара. Ә бына ҡайһы бер ойошмаларҙа маскалар менән тәьмин итеүҙә әҙерәк проблемалар бар, улар заказ биреп, тауарҙың килеп етеүен көтә. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәре менән дә инструктаждар уҙғарылған, уларҙың һаулығы контролдә тотола, температураһы булғандар эшкә индерелмәй. Банктарҙың үҙҙәрендә түгел, башҡа ерҙә урынлаштырылған банкоматтарының эшкәртелеүе лә күҙ уңынан ысҡындырылмай.
- Сауҙа үҙәктәрендә, банктарҙа ҡа-ғиҙәләрҙе үтәү кәрәклеген аңлау бар икәнен күрәбеҙ. Алдағы көндәрҙә лә етәкселер был талаптарға яуаплы ҡарар, тип уйлайым. Битлектәр үҙебеҙҙең рес-публикала етештерелә башланы, уға булған дефицит бөтөр, - ти Урал Мәғизов.