газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Март 2020, 11:00

Яҙғы ташҡынды ҡаршылауға әҙерлек

Бөтә республика буйынса яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре башланды. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән ниндәйҙер күҙаллауҙар бирелһә лә, яҙҙың был тәбиғәт күренеше нисек үтерен береһе лә аныҡ ҡына әйтә алмай. Фараздар төрлөсә, әммә ҡала яҙғы ташҡынды ҡаршы алыуға тулыһынса әҙер булырға тейеш, тип билдәләнде Ағиҙел буйындағы күсмә йыйылышта.

Үткән ҡыш республикала йылы булды. Башҡортостан гид-рометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 1937 йылдан алып барылған күҙәтеүгә ярашлы, быйылғыһы 7,2 градусҡа йылыраҡ. Йылғаларҙа боҙ ҡалынлығы ла элекке йылдар менән сағыштырғанда 10-дан 35 сантиметрға тиклем йоҡараҡ. Тупраҡ туңыу тәрәнлеге лә башҡа йылдарҙан сағыштырмаса түбәнерәк. Марттың да ғәҙәттәгенән 1-2 градусҡа йылыраҡ булыуы көтөлә. Шуға күрә йылғалар ҙа ғәҙәттәгенән 8-13 көнгә иртәрәк асыласаҡ. Яҙғы ташҡын кимәленең норманан 30-ҙан 160 сантиметрға тиклем күтәрелеүе көтөлә. - Фараздар төрлө, әммә беҙ хәлдең һәр төрлө боролошона әҙер булырға тейеш, - тине ҡала хакимиәте башлығының тормош тәьминәте һорауҙары буйынса урынбаҫары Дмитрий Масютин.Ул төрлө хеҙмәт вәкилдәренән ташҡынға әҙерлек кимәле, башҡарылған эштәр һәм ниндәй күҙәтеү алып барылыуы хаҡында һорашты. Ҡала урамдарындағы һыу ағыҙыу ҡоҙоҡтары таҙартыла, йылғалағы һыуҙың кимәле тикшерелеп тора, Желанный ҡасабаһынан алып ДОК-ка тиклем йылға буйы патрулләнә, сәнәғәт предприятиеларының был осорҙа артыҡ һыу ағыҙыуына юл ҡуймау буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының үрге өлөшөндәге Мәләүез районы менән бәйләнеш булдырылған, ташҡынға бәйле хәл улар менән берлектә контролдә тотола. Башлыҡ урынбаҫары шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл була ҡалған осраҡҡа ҡотҡарыусыларҙың әҙерлеген дә белеште. Бының өсөн уларҙың техникаһы ла, ҡоролмалары ла бар. - Боҙ китеүе - ул мауыҡтырғыс күренеш, әлбиттә. Әммә уның хәүефе хаҡында ла оноторға ярамай, шуға үтә лә иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. Быйыл Ағиҙел йылғаһында боҙ 9 мартта уҡ ҡуҙғала башланы, ә былтыр ул апрель башында асыла башланы. Салауат ҡалаһының Желанный ҡасабаһынан алып ДОК-ка тиклемге өлөшөндә әле боҙ ята һәм йылғаның кимәле лә нуль кимәлендә. Беҙ ташҡынға 100 процентҡа әҙер, шәхси состав менән кешеләрҙе ҡотҡарыу буйынса күнекмәләр уҙғарылды, - ти “Муниципаль янғын һағы” учреждениеһы начальнигы Виктор Суханов.
Читайте нас: