газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Март 2020, 11:02

Алған әйберең сифатлы булһын

Беҙҙең һәр беребеҙ көндәлек ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн ниндәйҙер хеҙмәттәрҙән ҡуллана, тауарҙар һатып ала, тимәк ҡулланыусы булып торабыҙ. Әммә йыш ҡына төрлө сифатһыҙ аҙыҡ-түлек алып, хеҙмәттән файҙаланып зыян күргән осраҡтар ҙа була. Был хәлдә “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” закон нигеҙендә хәүефһеҙлеккә, һайлау мөмкинлегенә, һатып алынған әйберҙе алмаштырыуға һәм үҙ мәнфәғәтебеҙҙе яҡлауға хоҡуҡлы икәнебеҙҙе оноторға ярамай.

- Санитар-эпидимиологик хәл, йәмәғәт туҡланыуы һәм аҙыҡ-түлек баҙарындағы талаптарҙы боҙоуҙар, ағыула-ныуҙар һәм сирҙәр таралыуы мәсьәләләре, шулай уҡ ялыуҙар һәм тәҡдимдәр менән Роспотребнадзорҙың БР бу-йынса идаралығының Салауат ҡалаһында һәм Ишембай районындағы территориаль бүлегененә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Беҙҙең бүлек тап ошо мәсьәләләр менән шөғөлләнә, - ти бүлектең баш белгесе-эксперты Светлана Пудовкина. - 2018 йыл менән сағыштыр-ғанда, 2019 йылда беҙҙең бүлеккә мөрәжәғәттәр һаны әҙерәк. Былтыр территориаль бүлеккә 145 мөрәжәғәт килде, ә унан алда 186 ине. Уларҙың иң күбе санитар-эпидимиологик именлекте тәьмин итеү өлкәһендәге ҡануниәтте боҙоуға бәйле, 68 осраҡта кешеләр ҡулланыусы булараҡ хоҡуҡтарын боҙоуға дәғүә белдерҙе. Санитар-эпидимиологик хәлгә бәйле иң проблемалы һорауҙар торлаҡ биналарҙа йәшәү шарттары, производство, йәмәғәт бина-ларын файҙаланыу, ҡалалағы, производство, торлаҡ бинала-рындағы һауа торошо, туҡла-ныуҙы ойоштороу, аҙыҡ-түлектәрҙең сифаты, уны етештереү технологиялары, эсәр һыуҙың сифаты хаҡын-да. Ә ҡулланыусылар хоҡуҡ-тарын боҙоуға бәйле мөрәжә-ғәттәрҙең иң күбе ваҡлап һатыу, йәмәғәт туҡланыуы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, телефон элемтәһе хеҙмәте өлкәләренән. Шулай уҡ көнкүреш, туристик, транспорт, банк, белем биреү, медицина хеҙмәттәренә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар. Территориаль бүлектең баш белгесе әйтеүенсә, прокура-тура менән килешелгәндән һуң, был мөрәжәғәттәр буйынса 13 тапҡыр пландан тыш тикшереү уҙғарылған. 8 осраҡта дәғүә-ләрҙең дөрөҫлөгө иҫбатланған. Улар буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған, ике осраҡта суд ҡарары менән объекттың эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә туҡтатыу тураһында ҡарар сығарылған. 15 март - Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө йыл һайын ниндәй ҙә булһа девиз аҫтында үтә. Быйылғыһыныҡы - “Рациональ ҡулланыусы”. Ул ресурстарҙы һөҙөмтәле ҡулланыуға һәм ғәҙел сауҙа итеүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән, шул уҡ ваҡытта ярлылыҡ кимәлен кәметеү һәм һәр кемгә яҡшы тормош сифатын, ашау, һыу эсеү, энергия, медицина һәм башҡа тормош рәхәтлектәренән фай-ҙаланыу мөмкинлеген биреүҙе күҙ уңында тота. Ҡулланыу-сылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығының Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районындағы территориаль бүлеге 13 мартта Ҡулланыу-сылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө уңайынан Асыҡ ишектәр көнө уҙғара, унда граждандарҙы ҡабул итеү, уларға төрлө һорауҙар буйынса консуль-тация биреү ойошторола. - Кеше сифатһыҙ тауар һатып алды, ти. Һеҙгә ошо турала мөрәжәғәт итә. Артабан һеҙ уға нисек ярҙам итәһегеҙ? - тип һорашам белгестән.- Сифатлы булмаған тауар алған осраҡта кешегә иң тәүҙә һатыусыға дәғүә менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беҙ был осраҡта уға дәғүәне яҙыуҙа ярҙам итә алабыҙ. Дәғүә 10 көн эсендә ҡаралырға, яҙма яуап бирелергә тейеш. Әгәр ҡулланыусының талаптары үтәлмәй, сифатһыҙ тауар алыштырылмай, йә аҡсаһы ҡайтарылмай икән, ул ваҡытта граждан судға ғариза яҙа ала. Был осраҡта ла беҙҙең бүлек, контролләүсе орган булараҡ, ярҙам итә, үҙебеҙҙең исемдән дә судҡа ғариза тапшыра алабыҙ, йә ғариза яҙыусы ҡулланыусыға был эш буйынса үҙ һығымтабыҙҙы яҙып тапшырабыҙ. Беҙҙең бүлектә һәр йома һайын юрист ҡабул итә. Ул мөрәжәғәт иткән кешегә кәңәш бирә, дәғүәләр яҙыуҙа булышлыҡ итә. Ә инде беҙҙең Роспотребнадзорҙың БР бу-йынса идаралығының Салауат ҡалаһында һәм Ишембай районындағы территориаль бүлегененә һәр эш көнөндә мөрәжәғәт итеп була, - тип аңлатма бирҙе Светлана Пудовкина.
Читайте нас: