газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Март 2020, 11:24

Балалар йорто директоры - “Йыл кешеһе”

Салауат ҡалаһында “Йыл кешеһе”н билдәләү йолаһы бар. Уны республикала ғына түгел, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың “Выбор” гәзите булдыра. Был исем кешене ниндәйҙер статусҡа эйә булдырыуҙан да бигерәк, уның социаль әһәмиәтле хеҙмәтен баһалауҙы күҙ уңында тота. Ошо көндәрҙә 2019 йылдың “Йыл кешеһе”н билдәләү сараһы “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә тантаналы шарттарҙа уҙҙы.

Был исем 1991 йылдан алып ҡала һәм уның халҡының тормошона йоғонто яһаған, хеҙмәте менән әһәмиәтле өлөш индергән кешеләргә бирелә. Төрлө йылдарҙа төрлө статустағы, төрлө һөнәр эйәләре “Йыл кешеһе” премия-һына лайыҡ була. Уларға махсус заказ буйынса Каслин архитектура-художество ҡойоу заводында яһалған күсмә кубок тапшырыла.
Сара ҡыҙ һәм малайҙарҙың нисек етем ҡалыуы һәм балалар йортона эләгеүе хаҡындағы тарихтар һөйләүҙән башланып китте. Эйе, яҙмыштар төрлө, кемдеңдер ата-әсәһе һәләк булған, кемдекелер төрмәгә ултырған, йә бөтөнләй баш тартҡан. Нисек кенә булмаһын, улар үҙҙәренең яҡындарын онотмай, йөрәк түрендә һаҡлай. Әммә уларҙы тәрбиәләү, ысын тормош юлына сығарыу менән балалар йорто шөғөлләнә. Ата-әсә наҙынан мәхрүм булһалар ҙа, Салауат балалар йорто тәрбиәләнеүселәре тап ошо учреждениеға эләгеүҙәре менән ҡәнәғәт. Сөнки Елена Безносова етәкләгән йортта уларҙың йәшәү, үҫешеү өсөн генә түгел, ә ысын ғаиләләге кеүек һөйөү, иғтибар, мәрхәмәтле мөхиттә тормош итеүҙәре өсөн бөтә шарттар булдырылған. Елена Евгеньевна “Росточек” балалар йорто директоры вазифаһын 20 йылдан ашыу алып бара. Ул аҡыллы, булдыҡлы етәксе генә түгел, алтын йөрәкле, киң күңелле, изгелекле кеше лә, тиҙәр уның хаҡында хеҙмәттәштәре. Ә балалар Елена Евгеньевнаның уларҙы ауыр саҡта һәр саҡ йыуатыусы, шатлыҡтарын бүлешеүсе, ысын әсәй һөйөүен бүләк итеүсе яҡын кешеләренә әүерелеүен һөйләй. Шулай уҡ ҡаланың балалар йортонда ҡанат нығытып, әлеге көндә үҙ аллы тормош көткән элекке тәрбиәләнеүселәргә лә һүҙ бирелде. Мәҫәлән, Төркиәлә кейәүгә сығып, яҡшы урында эшләп йөрөүсе Альбина Исхаҡова Елена Евгеньевнаның үҙенең иң яҡшы кешеһенә әүерелеүенә, бөтә яҡлап та терәк булыуына, һәр проблемала ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуын хәтерләп бәйән итте.
Салауат балалар йорто 1999 йылда “Росточек” тип атала башлай. Ә 2007 йылдың сентябрь айында яңы, төҙөкләндерелгән, йәшәү шарттары өйҙөкөнә яҡын итеп эшләнелгән бинаға күсә. Балалар йортонда 17 йәшкә тиклемге 35 бала һәм үҫмер тәрбиәләнә. Элек балалар бында 14 йәшкә тиклем йәшәп, һуңынан башҡа учреждениеға күсергә мәжбүр булһа, балалар йортоноң директоры тырышлығы менән хәҙер улар балиғ булғансы Салауатта ҡала ала. Шулай уҡ Елена Евгеньев-на ярҙамы менән Салауат балалары тәрбиәләнеүселәре үҙ ғаиләләрен дә таба.
Салауат балалар йорто директоры Елена Безносоваға “Йыл кешеһе” премияһы кубогын һәм был исемгә лайыҡ булыу тураһындағы танытманы ҡала хакимиәте башлығы урын-баҫары Нил Ғабдрахманов, Салауат мәғлүмәт үҙәге директоры-баш мөхәррире Надежда Фаррахова тапшырҙы.
- Ҡала кимәлендә бирел-гән наградалар төрлө, башлы-са улар ҡала хакимиәте, ойошмалар тарафынан тапшы-рыла. Ә бына “Йыл кешеһе” премияһына лайыҡ булыусыны кешеләр һайлай. Бөгөн был исемдең балалар йорто директорына бирелеүе ҡала халҡының бала яҙмыштарына битараф булмауы, ошо юҫыҡта үҙен йәлләмәй эшләүсе кешегә ҡарата хөрмәт менән ҡарауы хаҡында һөйләй, - тине Нил Әнүәр улы.
Елена Евгеньевна үҙ сира-тында был сараны ойош-тороусыларға, уның хеҙмәтен ошолай юғары баһалаусыларға рәхмәтен белдерҙе.
Салауат балалар йорто директорын ошондай исемгә лайыҡ булыуы менән учрежде-ниеның попечителлек советы вәкилдәре, быға тиклем “Йыл кешеһе” премияһына лайыҡ булыусылар, төрлө учреждение етәкселәре, балалар йортоноң әлеге һәм элекке тәрбиәләнеү-селәре, Елена Евгеньевнаның хеҙмәттәштәре ҡотланы.
Читайте нас: