газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Февраль 2020, 11:17

Электрон хеҙмәт кенәгәһе

Хеҙмәт кенәгәһе - граждандың эш мәшғүллеге тураһында-ғы яҙмаларҙан торған рәсми шәхсән документы. Тәүге тапҡыр эшкә урынлашҡанда тултырыла башлай, эш биреүсе ойошма-ның кадрҙар бүлегендә һаҡлана, уға хужаһының шәхси мәғлүмәттәре (фамилияһы, исеме, атаһының исеме), тыуған йылы һәм датаһы, белеме, профессияһы һәм специальносы яҙыла; эшкә ҡағылышлы бөтә үҙгәрештәр, эш биреүсе менән мөнәсәбәттәр хеҙмәт кенәгәһендә теркәлә һәм кадрҙар бүлегенең яуаплы хеҙмәткәренең ҡултамғаһы менән раҫлана.

Хеҙмәт кенәгәһенең ҡағыҙ вариантында ошо рәүештә алып барылыуына өйрәнеп бөткәнбеҙ. Ә 2021 йылдан алып яңы эшкә урынлашҡандар өсөн фәҡәт электрон хеҙмәт кенәгәһе генә ҡулланы-ласаҡ. Бындай үҙгәреш артыҡ ҡағыҙ эшенән арынырға булышлыҡ итергә тейеш. Быйылдың 1 ғинуарынан, Рәсәйҙә электрон хеҙмәт кенәгәһе тураһында закон ғәмәлгә инеү менән, хеҙмәт кенәгәләре ҡағыҙ һәм электрон документтарҙа ғәмәлдә була. Яңы алымға күсеү-күсмәүҙе һәр кем үҙаллы хәл итә. Шулай ҙа был тема буйынса һорауҙар күп. Уларҙың иң киң таралғандарына яуап әҙерләнек.
- Электрон хеҙмәт кенәгәһе нимә ул?
- Йыл башынан алып хеҙмәт кенәгәһенең электрон форматы барлыҡҡа килде. Ундағы мәғлүмәт Пенсия фондына тапшырыла, ә ул мәғлүмәттәрҙе йыйып, үҙ ресурстарында һаҡлай. Хәҙер эшләп йөрөүселәргә йыл дауамында һайларға кәрәк (бының өсөн эш урынында ғариза яҙыла): һеҙ ҡағыҙ һәм электрон хеҙмәт кенәгәһен ҡалдыраһығыҙмы, әллә тулыһынса электронға күсәһегеҙме.
- Электрон хеҙмәт кенәгәһе миңә нимәгә?
- Электрон кенәгәнең ыңғай яҡтары күп: ул юғалмаясаҡ, сөнки Пенсия фонды мәғлүмәттәрҙе юғары кимәлдә һаҡларға вәғәҙә итә; мәғлүмәттәрҙе кадрҙар бүлегендә, Пенсия фондында, күп функциялы үҙәктәрҙә йәки дәүләт хеҙмәте сайтынан тиҙ һәм еңел генә алып була; киләсәктә пенсия юллағанда документтарҙы электрон рәүештә ебәрәргә мөмкин буласаҡ.
- Алыштырғым килмәй. Шулай яраймы?
- Мөмкин. Бының өсөн ғариза яҙыла. Унда: “Минең хеҙмәт кенәгәмде РФ Хеҙмәт кодексының 66-сы статьяһы ярашлы алып барыуығыҙҙы һорайым”, тип билдәләү кәрәк. Ул саҡта һеҙҙең хеҙмәт кенәгәгеҙ ике форматта ла алып барыласаҡ.
- Әлегә ҡағыҙ варианттан баш тартырға ҡурҡам. Һуңынан күсһәң буламы?
- Эйе, һеҙ быйыл кенәгәнең ҡағыҙ вариантын ҡалдырыу тураһында ғариза яҙһағыҙ ҙа, унан һәр ваҡыт та баш тарта алаһығыҙ. Ә бына киреһенсә эшләп, йәғни электронға күсеү буйынса ғариза яҙғандан һуң, кире ҡағыҙға күсеп булмаясаҡ.
- Электрон хеҙмәт кенәгәһенә күсергә ризамын. Нимә эшләргә?
- Был осраҡта ла һеҙҙән ғариза талап ителә. Унда: “Хеҙмәт эшмәкәрлегем тураһындағы мәғлүмәтте РФ Хеҙмәт кодексының 66.1-се статьяһына ярашлы биреүегеҙҙе һорайым”, тип яҙыла. Ул саҡта ҡағыҙ варианттағы хеҙмәт кенәгәһе хеҙмәткәрҙең ҡулына тапшырыла. Ғаризаны йыл аҙағына тиклем яҙырға кәрәк.
- Әгәр электрон хеҙмәт кенәгәһенә күсһәм, яңы эш урынында стажымды нисек иҫбат итә алам?
- Һеҙгә эш урынынан ойошмалағы эшмәкәрлегегеҙ тураһында документ бирелә. Уның ҡағыҙ йәки электрон рәүештә булыуын да һеҙ хәл итәһегеҙ. Уны яңы эш биреүсегеҙгә хеҙмәт кенәгәһе урынына күрһәтә алаһығыҙ.
- Ә минең бер ниндәй ҙә ғариза яҙғым килмәй. Бының өсөн нимә була?
- Был һеҙҙең хоҡуҡ һәм бының өсөн бер ниндәй ҙә яза юҡ. Хеҙмәт кенәгәһе һаҡланасаҡ, ул ҡағыҙ вариантта ла, электрон рәүештә лә алып барыла. Шулай ҙа ғариза яҙыу кәңәш ителә. Сөнки һайламаған осраҡта, яңы эш урынына күскәндә ойошмала һеҙҙең өсөн ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһен алып барыуҙан баш тартыуҙары ихтимал.
Читайте нас: