газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
14 Февраль 2020, 15:45

Башҡорт телен уҡытыу тураһында һөйләшеү

Бөгөн Башҡорт теле йылына һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 30 йыллығына арналған V Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы) фәнни-методик конференцияһы бара.

Бөгөн Башҡорт теле йылына һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 30 йыллығына арналған V Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы) фәнни-методик конференцияһы бара.
Ул "Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың хәҙерге проблемалары" тигән темаға арналған.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин башҡортса сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән йылды файҙалы итеп үткәрергә саҡырҙы һәм Башҡорт дәүләт университеты ойошторған башҡорт телендәге иншалар конкурсында еңгән мәктәп уҡыусыларын, махсус белем биргән уҡыу йорто студенттарын тәбрикләне.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зиннуров сарала ҡатнашыусыларҙы башҡорт телен үҫтереүгә өлөш индерергә саҡырҙы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты Айтуған Аҡманов үҙенең хеҙмәт биографияһын тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләгән факультеттан башлауын әйтте һәм уны юбилейы менән ҡотлап, "Башҡорт халҡы тарихы"ның күп томлығын бүләк итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡарма комитет ағзаһы Лариса Абдуллина ҡотлап, башҡорт теленең донъяуи мөмкинлектәре киң булыуын билдәләне һәм "Башҡорт теле" шиғырын уҡыны. Ул ҡоролтай исеменән һигеҙ томлыҡ башҡорт теленең академик һүҙлеген бүләк итте.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Рита Аҡбулатова сығыш яһаны, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Салауат Дәүләтшин ҡала шарттарында башҡорт телен ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Артабан башҡорт телен уҡытыу, замана проблемалары, килеп тыуған һорауҙар хаҡында һөйләшеү дауам итте. Республика райондарынан килгән уҡытыусылар үҙ-ара фекер алышты.
Автор: Лариса Абдуллина ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Bash-ort-telen-u-itiu-tura-inda--yl-she-122653/
Читайте нас: