газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Февраль 2020, 16:30

Төп маҡсат – халыҡ мәнфәғәтен яҡлау

Бөгөн республика Хөкүмәтендә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды.

Бөгөн республика Хөкүмәтендә ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды.
Видеоконференция бәйләнеше рәүешендәге кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, шулай уҡ башҡарма власть органдары вәкилдәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары, ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары булған компаниялар етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә “сүп-сар реформаһы” буйынса республикала йәшәгән кешеләрҙең мөрәжәғәттәренә анализ яһалды һәм ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарының ҡалаларға һәм райондарға сығыуы хаҡында әйтелде.
– “Инцидент – менеджмент”ҡа ғына ҡарау дөрөҫ түгел, системаға артыҡ күп ялыуҙар килмәһә лә, был проблемаларҙың юҡлығы һәм барыһы ла ҡәнәғәт тигәнде аңлатмай. Беҙгә эшләргә лә эшләргә әле, – тине Андрей Назаров.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов муниципаль берәмектәр хакимиәттәре менән “RM”: контейнерҙар майҙандары” системаһы буйынса инвентаризация һәм һанлаштырыу эшенең тамамланыуы хаҡында белдерҙе. Шулай итеп, 31 ғинуарға тиклем 20 047 (99,08 процент) һанлаштырыу эше атҡарылған. Мобиль бәйләнеш һәм интернет булмаған урындарҙа ғына эшләп еткерәһе бар. 10 февралгә тиклем юридик шәхестәрҙең контейнер майҙансыҡтарын инвентаризациялау һәм һанлаштырыу ҡалған.
Кәңәшмәлә юлдар һәм күперҙәр булмаған халыҡ йәшәгән урындар хаҡында ла әйтелде. 15-тән ашыу кешеһе булған 78 халыҡ йәшәгән урында транспорт йөрөмәй.
- Республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙың йышлығы аҙнаһына бер тапҡырҙан кәм булмаҫҡа тейеш, – тине Борис Беляев.
Кәңәшмәлә шулай уҡ йылылыҡ өсөн хаҡтарҙың күтәрелеүе тураһында ла әйтелде. “Һүҙ йылылыҡ өсөн хаҡҡа төҙәтмәләр индереү хаҡында бара. – тине республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Илдар Шафиҡов. – Быйыл ул һуңғыһы буласаҡ. 2019 йылда йылытыу миҙгеле башынан йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы формаһына күстек. Хәҙер халыҡ йылылыҡты ғәмәлдә ҡулланған өсөн генә түләйәсәк. Йылытыу миҙгеленән тыш, был түләүҙәр булмаясаҡ. Беҙҙең күҙәтеү органына ялыуҙар күп килгәс, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы менән берлектә йорттарҙы тикшерергә булдыҡ. Шулай итеп, 490 йорт тикшерелде, уларҙың 360-ы Өфөгә тура килә. Һөҙөмтәләр буйынса дөйөм йорт иҫәп алыу приборҙарының эшендә етешһеҙлектәр барлығы асыҡланды. Бындай 66 йорт бар. 90 ҡағиҙә боҙоу осрағы дөйөм йорт мөлкәте менән бәйле”.
Илдар Шафиҡов белдереүенсә, был – ҙур эш. Тикшереүҙәр барышында асыҡланған бар осраҡтар буйынса ресурстар менән тәьмин иткән ойошмалар менән шәхси эш алып барыласаҡ. “Төп маҡсатыбыҙ – граждандарыбыҙҙың, комуналь хеҙмәттәрҙән файҙаланыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау”, – тине ул.
Фото: БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор: Айһылыу Низамова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/T-p-ma-sat--hali-m-nf--ten-ya-lau-105067/
Читайте нас: