Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Ғинуар 2020, 11:16

Янғын ҡыра кеше ғүмерҙәрен

Һуңғы арала янғындарҙың айырыуса күп сығыуы борсоуға һала. Үткән аҙнала республика буйынса әллә күпме фажиғә теркәлде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә беҙҙең ҡаланы ла урап үтмәне - өс янғын сыҡты. Улай ғына ла түгел, хатта кеше ғүмерҙәрен дә алып китте. Калинин урамындағы күп фатирлы йорттарҙың береһендәге янғында 71 йәшлек пенсионер зыян күрә. Ул, дауаханаға алып китеп барғанда, яҡты донъя менән хушлаша. Икенсе осраҡта ҡотҡарыусылар «ҡыҙыл әтәс» ялмаған ике ҡатлы йорттағы фатирҙан ете кешене эвакуациялай. Янғынды һүндергәндә фатирҙа 1956 йылғы ҡатындың булыуы асыҡлана. Үкенескә күрә, ул “Ашығыс ярҙам” машинаһында йән бирә. 1955 йылғы бер ир ҙә утта зыян күрә. Ҡазаға тарыусы дауаханаға оҙатыла. Фажиғәгә килтергән сәбәптәр асыҡлана.
Янғындарҙың үтә лә күп булыуы сәбәпле, ҡала хакимиәтендә «Күп фатирлы йорттарҙа янғындарҙы булдырмау һәм иҫкәртеү» темаһына сираттағы ултырыш уҙҙы. Унда идара итеүсе компаниялар һәм ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма етәкселәре ҡатнашты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының район-ара күҙәтселек эшмәкәрлеге һәм янғындарҙы иҫкәртеү бүлеге начальнигы Сергей Дегтярев доклад менән сығыш яһаны. Барыһын да янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы.
Янғын урынын тикшергән бүлектең баш дәүләт инспекторы урынбаҫары Сергей Куценко ла бәләләрҙең, ғәҙәттә, битарафлыҡ арҡаһында килеп сығыуын билдәләне.
- Ҡала халҡынан янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен һорайым. Йорттарығыҙға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар алып ҡуйығыҙ. Ҡул аҫтында беренсел янғын һүндереү саралары ла булырға тейеш. Электр йыһаздарын ҡулланғанда талаптарҙы инҡар итмәгеҙ. Асыҡ ут менән, шул иҫәптән тәмәке тартҡанда бик һаҡ булырға кәрәк, - тине ул үҙ мөрәжәғәтендә.
Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Масютин бөтә хеҙмәттәргә лә тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Тәү сиратта, яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙарҙы һәм социаль хәүефле хәлдәге ғаиләләрҙе айырыуса контроль аҫтына алырға ҡушты.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ҙә оло бәләләрҙән һаҡлап ҡала ала. Уяу булырға кәрәк. Әгәр йортоғоҙҙа күршеләр өсөн хәүеф тыуҙырырлыҡ имен булмаған ғаиләләр йәшәй икән, идара итеүсе компанияға хәбәр итергә тырышығыҙ. Дөйөм тырышлыҡ, уяулыҡ ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.
Читайте нас: