газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Ғинуар 2020, 11:05

Билдәләрҙе инҡар итмәгеҙ

Яңы йыл алдынан ҡалабыҙҙың ҡайһы бер урамдарының үҙәк юлдарында яңы билдәләр ҡуйылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ул йоп һәм таҡ һандарына тура килгән көндәрҙә юл ситендә автотранспорттарҙы ҡалдырырға ярамағанлығын күрһәтә. Был ҡағиҙәләр Яңы йылдан һуң ғәмәлгә инергә тейеш булһа ла, автоһәүәҫкәрҙәргә ваҡыт бирелде. Һәм бына был аҙнанан билдә булған ерҙә ҡалдырылған машиналар эвакуациялана башланы.

Эвакуатор тәүгеләрҙән булып Октябрь урамындағы автомобилдәрҙе алып китте. Ҡайһы берәүҙәр был хәлде күреп, ысынлап та, билдәләрҙе инҡар итергә ярамағанлығын аңлап, шунда уҡ транспорттарын алып өлгөрҙө. Ә инде Лада-ВАЗ һәм Форд автомобилдәре хужаларына үҙ транспортын ЮХХДИ аша эҙләп табып, берҙән, ҡағиҙәне боҙған өсөн штраф, икенсенән, эвакуаторҙың сығымдарын түләп, алырға тура киләсәк.
- Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был ҡағиҙәне боҙған өсөн 1500 һум штраф ҡаралған. Шулай уҡ водителгә эвакуаторҙың сығымдарын да түләргә тура киләсәк, - тип иҫкәртә юл хәрәкәтенең өлкән дәүләт инспекторы Алексей Синельников.
Былтыр ҡала хакимиәте ҡарары менән Октябрь, Нефтселәр, Калинин, К.Маркс урамдарында йоп һәм таҡ көндәрендә транспортты ҡал-дырыу тыйыла, эвакуатор эшләй, тигән билдәләр ҡуйылды.
- Бөгөнгө көндән алып ЮХХДИ менән берлектә ҡағиҙә боҙоусы машиналарҙы эвакуациялау буйынса эш башлана. Был машиналар ҡала юлдарын таҙартыуға ҡамасаулай. Билдәләр ҙә юлдарҙы ҡарҙан сифатлы итеп таҙартыуға ярҙам итеү маҡсатынан сығып ҡуйылды. Автомобилдәр Өфө урамындағы туҡталҡаға эвакуациялана. Хужалары уларҙы шунан барып ала ала, - тип аңлатма бирә Ҡала хужалығы идаралығы бүлеге начальнигы Айҙар Әхмәтвәлиев.
Идаралыҡ белгесе әйте-үенсә, машинаны ҡалдырыу тыйылған урындарҙан тран-спортты эвакуациялау, шулай уҡ башҡа урамдарҙа ла билдәләрҙе ҡуйыу эше дауам итәсәк.
Эвакуацияланған автомо-билдәр алып барылған туҡталҡа Өфө урамы, 113 адресы буйынса урынлашҡан. 8-917-43-17-800 телефоны буйынса һеҙҙең транспорттың унда булыуы-булмауы ха-ҡында шылтыратып белешә алаһығыҙ. Машинағыҙҙы штрафстоянканан алыу өсөн ЮХХДИ бүлегенә мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.
Читайте нас: