Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Ғинуар 2020, 11:03

Эш һандарҙың матурлығында түгел, ә ғаиләнең ныҡлығында

Туй - кеше тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Уны һәр кем иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыша. Ҡайһы берәүҙәрҙең был көндө сихри һандар менән бәйләп үҙенсәлекле иткеһе килә. Бына быйылғы 2020 һандары тирәләй ҙә илдә ығы-зығы тыуҙырыусылар етерлек. Был йәһәттән февраль айы популяр. Законлы никахтарын 02.02.2020, 20.02.2020 һәм 22.02.2020 көндәрендә теркәргә теләүселәр арҡаһында ҡайһы бер ЗАГС-тар эш режимдарын үҙгәртергә мәжбүр.

Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин ЗАГС-ы, 2 февраль йәкшәмбе көнө булыуға ҡарамаҫтан, был көндө эш көнө тип иғлан иткән. Ә быға тиклем бөтөнләй туй көнө итеп һайланмаған кесаҙнаға тура килгән 20 февралдә республика буйынса 100-ҙән ашыу пар өйләнешергә булған. Беҙҙең ҡалаға килгәндә, был матур һандарға бәйле хәлгә Салауат ЗАГС бүлеге начальнигы Люция Әлибаева асыҡлыҡ индерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 2 февраль йәкшәмбегә тура килгәс, беҙҙең ҡала ЗАГС-ы эшләмәй. 20 февраль, кесаҙна булыуға ҡарамаҫтан, никахтар теркәләсәк. Был көнгә алты пар ғариза биргән. Шулай уҡ 22 февраль, шәмбе көн, ҡалабыҙҙа ете пар законлы никахтарын теркәйәсәк.
Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, ғаиләнең ныҡлығы тик мөхәббәт, тоғролоҡ, бер-береңде аңлашып йәшәүҙән генә торалыр, ә инде туй көнөн ниндәйҙер матур һандар менән бәйләү ҙур мәғәнәгә эйә түгелдер.
ЗАГС бүлеге етәксеһе Люциә Әхмәт ҡыҙы, былтырғы осорға үҙҙәренең эш йомғаҡтары менән дә таныштырып үтте.
- 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының Салауат ҡалаһы ЗАГС бүлегендә гражданлыҡ хәле тураһында 4764 акт теркәлде. Уларҙың 1286-һы тыуыу, 1858-е үлем, 833-ө никахты теркәү, 510-ы никахты тарҡатыу, 200-е аталыҡты билдәләү, 15-е уллыҡҡа алыу һәм 62-һе исемдең үҙгәртелеүе хаҡында, - ти етәксе.
Күреп тороуығыҙса, былтыр беҙҙең ҡалала 833 йәш ғаилә барлыҡҡа килгән. Кәләштәрҙең уртаса йәше 21-гә, кейәүҙәрҙеке 27 йәшкә тиң. Ғаилә ҡороусылар араһында балиғ булмағандар ҙа бар, ундайҙар өс кеше. 24 осраҡта никах сит ил кешеһе менән теркәлгән. Ғаиләләргә бәйле күңелһеҙ статистиканы ла теркәргә мәжбүр ЗАГС хеҙмәткәрҙәре. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019 йылда 510 ғаилә тарҡалған. 144 пар 5 йыл йәшәгәндән һуң айырылышҡан, 150 парҙың юлдары 5 йылдан алып 10 йылға тиклем бергә донъя көткәндән һуң айырылған. Ғаиләләрҙең 44-е -15-20, 91-е 20 йылдан һуң никахтарын өҙгән.
Айырылышыусы парҙарға оҙаҡ йылдар иңде-иңгә терәп йәшәгән ғаиләләрҙе үрнәккә килтерергә мөмкин булыр ине. Беҙҙең ҡалала ундай парҙар етерлек. 2019 йылда Салауат ЗАГС-ы бүлеге 78 алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе ғаиләләрҙе ҡотлаған. Уларҙың 53-ө 50, 20-һе 60 йыл буйына, ә 2 пар хатта 70 йыл дауамында мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлап, тормош йөгөн бергә тарта.
Тағы ла бер шатлыҡлы күрһәткескә туҡталғанда, ул яҡты донъяға килгән балаларға ҡағыла. Салауатта уҙған йылда 1286 сабый ауаз һалған, уларҙың 654-е малай, 632-һе ҡыҙ. 477 ғаиләлә тәүге бала тыуһа, 557 пар икенсе бала бәхетен кисергән. 204 бала ғаиләлә өсөнсө, 32 сабый дүртенсе. 8 ғаиләлә парҙар бишенсе балаға ата-әсәй булған. Йыл эсендә 15 уллыҡҡа алыу осрағы теркәлгән.
Сабыйҙарға ниндәй исем ҡушалар, ниндәйҙәре популяр һуң? Люция Әлибаева билдәләүенсә, бер нисә йыл буйына Алексей, Александр, Лев, Илья, Тимур, Данияр, Анастасия, Елизавета, Аделина, Амелия, Сафия, Анна, Полина кеүек исемдәр йыш теркәлә. Күп кенә ата-әсәләр ғәзиздәренә үҙ халҡына хас исемдәрҙе ҡушыуға өҫтөнлөк бирә башлаған. Мәҫәлән, 2019 йылда йәмғиәтебеҙҙе Әминә, Мәликә, Фатима, Варвара кеүек матур исемле ҡыҙсыҡтар һәм Әмир, Ислам, Динислам, Матвей, Гордей, Тимофей, Добрыня кеүек исемле малайҙар тулыландырған. Сабыйҙарына һирәк осраған исемдәрҙе ҡушыусылар ҙа бар. Шулай Салауатта Друва, Сумая, Сарра, Лея, Николь, Эстелла, Эрнест, Мирош, Теона, Есмир, Тея, Далия тигән ҡыҙ һәм малайҙар ҙа йәшәй хәҙер.
Йәшәү янында үлем дә бар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был күрһәткес беҙҙең ҡалала тыуымға ҡарағанда ла күберәк. 1858 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Читайте нас: