Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Ғинуар 2020, 11:30

Ял тип тормай, байрам тип тормай

Яңы йыл байрамдарында күптәр рәхәтләнеп ял иткән осорҙа үҙ хеҙмәтен башҡарыусы кешеләр ҙә күп булды. Шулар араһында коммуналь хеҙмәт эшсәндәрен айырым билдәләп үтмәй булмай. Сөнки көндәр бик һыуыҡ булмаһа ла, ҡыш үҙенекен итте, йә ҡар яуып алды, йә көндәр йылынып, йорт ҡыйыҡтарына боҙбармаҡтар элде. Ә ял тип, байрам тип тормай, иртәнме ул, кисме ул, юлдарҙы, тротуарҙарҙы, ҡыйыҡтарҙы таҙартырға сыҡҡан кешеләргә ҡарата тик ихтирам тойғоһо ғына кисергәндер салауаттар.

Ысынлап та 1 ғинуарҙа Яңы йыл төнөнән һуң иртән тороуға йорттоң подъезд алды ҡарҙан таҙартылып сыҡҡайны инде. Унан һуң яйлап ҡыйыҡтан аҫылынып торған боҙбармаҡтар ҙа һуғып төшөрөлдө. Ә инде өй алдындағы юл даими таҙартылып торҙо. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йыл каникулдары ваҡытында ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре өҙлөкһөҙ эш режимында хеҙмәт иткән. Ҡала хужалығы идаралығы, ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов та эштәрҙең ваҡытында башҡарылып тороуын күҙәтеү аҫтында тотҡан.
1 ғинуарҙа, мәҫәлән, ҡала урамдарын таҙартыуға 30-лап берәмек техника сыҡҡан. Ғөмүмән, ҡала ҡышты ҡаршылауға етди әҙерләнгән. “Флора” муниципаль предприятиеһының автопаркы 13 берәмек техника менән тулылынған һәм улар шунда уҡ эштә ҡулланыла башлаған. Араларында бәләкәй габаритлылары, еңел һәм маневрлылары таш түшәлгән юлдарҙы таҙартыу өсөн уңайлы. Әйткәндәй, тап ошо предприятие техникаһы кешеләр күпләп ял иткән урындарҙы: аллеяларҙы, скверҙарҙы, парктарҙы, йәйәүлеләр йөрөү тротуарҙарын, Яңы йыл ҡаласыҡтарын, балалар майҙансыҡтарын таҙартты. Шулай уҡ ҡала урамдарында, юлдарҙа тәртип булдырыуға йылдар дауамында тәжрибәле ойошмаларҙың береһе - “Махсус автохужалыҡ” ҙур өлөш индерә. Уның юлдарҙы таҙартыу өсөн техникаһы ла, кешеләре етерлек.
Ҡыш эҙемтәләре менән көрәшеү, халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыу өсөн эш ҡаланың барлыҡ биләмәһендә лә ойошторолған. Торлаҡ-файҙаланыу участкалары ла был каникулдар ваҡытында кешеләрҙең йәшәү шарт-тары уңайлы булһын өсөн бөтә тырыш-лығын һалды. Урам һепереүселәр иртә таңдан подъезд алдарын таҙартып ҡуйҙы. Йорт алдарында машиналар бик күп ҡуйылһа ла, мөмкин тиклем юлдар ҙа таҙартылып торҙо. Кешеләрҙең хәүефһеҙлеген дә хәстәрләп, күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын эленеп торған боҙбармаҡтарҙан таҙартырға ла онотманылар. Идара итеүсе компанияларҙан белдереүҙәренсә, ял көндәренә махсус дежурлыҡ булдырылған, ә инде ныҡлы ҡар яуғанда өҫтәмә техника һәм кешеләр эшкә йәлеп ителгән.
Шулай уҡ был көндәрҙә сауҙа нөктәләренең алды ла һатып алыусы-ларға инеп-сығып йөрөүгә уңайлы булһын өсөн ҡар даими көрәп ҡуйылды.
Ҡыштың иң ҡарлы мәлдәре алда әле. Шуға күрә коммуналь хеҙмәттәрҙең дә эштәре етерлек буласаҡ. Улар был юҫыҡта эштәренә яуаплы ҡараясағына шик юҡ. Шулай ҙа юлсыларҙың да халыҡҡа үтенесе бар - ҡар таҙартҡан ваҡытта автомобиль һәм башҡа транспорттарҙы юлдарҙан алыуҙы үтенә, сөнки был уларҙың эшен күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк.
Читайте нас: