Ҡалала тәүгеләрҙән булып йәшел ҡупшыҡай “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә урын алды. Ул кисен сағыу уттар менән яҡтыртылып та ҡуйылды. Әлеге ваҡытта уның янында Яңы йыл ҡаласығы төҙөлә, тау эшләнә.
Ленин урамындағы үҙәк майҙанда ла Яңы йыл ҡаласығын әҙерләү буйынса эштәр ҡайнай: боҙҙан төрлө фигуралар яһала, уйын урындары әҙерләнә, ҙур һәм бәләкәй тауҙар төҙөлә. Был ҡаласыҡта яңы төр шыршының ҡуйылыуын салауаттар түҙемһеҙлек менән көтә. Ул беҙҙең ҡалала 18 метр бейеклектә буласаҡ. Элек бындай ҡоролмалар тик ҙур ҡалаларҙа ғына ҡуйылһа, быйыл улар беҙҙең тарафтарға ла килеп етте. Унда шыршы биҙәүестәре, гирляндалар сағылып торасаҡ. Пиксель шыршыны ҡороуҙы Мәскәүҙең “Клирлайт Рус” ойошмаһы үҙ өҫтөнә алған. Ә инде ҡаласыҡты үҙебеҙҙең ҡала эшҡыуары төҙөй.
Бөтәһе лә әҙер булғас, декабрь аҙаҡтарында Яңы йыл ҡаласыҡтарын тантана асыу саралары үтәсәк. Байрам алды һәм ҡышҡы каникул осоронда кескәйҙәр һәм ололар өсөн төрлө саралар, уйындар һәм ярыштар ойоштороу планлаштырыла.