Әле үк бөтә ерҙә байрам кәйефе һиҙелә. Ҡаланы биҙәйҙәр, йорттарҙа сағыу гирляндалар йымылдай башланы, хатта һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла пиротехника шартлатыуҙары ишетелеп ҡала. Бөгөнгө һүҙем гирляндалар, пиротехникалар хаҡында булыр.
Пиротехниканы бары тик магазиндарҙа, павильондарҙа һәм киоскыларҙа ғына һатып алырға кәрәк. Уларға турынан-туры ҡояш нурҙары төшөргә, яуым-төшөм эләгергә тейеш түгел. Юғиһә, ана, сатлама һыуыҡтарҙа ла, ямғыр булғанда ла урамда аҙым һайын һатып торалар. Бынан тыш, һатыусы был әйберҙәрҙең талаптарға тап килеүен раҫлаусы сертификатын күрһәтергә бурыслы. Ғәҙәттә, беҙ, ябай халыҡ, быны һорарға ҡыймайбыҙ, оялабыҙ, шул арҡала күңелһеҙ хәлдәргә лә тарыуыбыҙ ихтимал. Шәхсән миҫал. Былтыр булһа кәрәк, арзанлы ғына гирлянда алып ҡайттыҡ. Йәнәһе, шыршыбыҙ йымылдаясаҡ. Ҡабыҙыуыбыҙ булды, төтәп янып китмәһенме! Ярай әле, тиҙ арала розетканан алырға өлгөрҙөк. Тауарҙың сертификаты булыуына шигем ҙур. Белгестәр ҙә пиротехник әйберҙәрҙе һатып алғанда, уларҙы ҡулланғанда үтә лә иғтибарлы булырға саҡыра.
- Продукцияның яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡһа, уны бөтөнләй ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ пиротехник изделиеларҙы ҡулланғанда ла айырыуса уяу булырға, талаптарҙы ҡәтғи үтәргә кәрәк. Салюттарҙы торлаҡ биналарҙан һәм еңел янып китеүсе әйберҙәрҙән 30 метрҙан да яҡыныраҡ урынлаштырырға ярамай. Пиротехник әйберҙәрҙе кеҫәлә йөрөтөү ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Фитиль янғанда йөҙгә яҡын тотмау бәләне урап үтергә ярҙам итер. Шулай уҡ пиротехник изделиеларҙы көслө ел ваҡытында яндырмау, кешеләр яғына төбәмәү, аяҡ аҫтына ырғытмау, фейерверктар өҫтөнә эйелмәү байрамдың имен-аман үтеүегә булышлыҡ итер, - тип иҫкәртә Салауат ҡалаһындағы һәм Ишембай районындағы янғын күҙәтселеге буйынса баш дәүләт инспекторы Илдар Ғималетдинов.