«Нефтехимик» спорт һара-йы көн һайын бик күп кешене ҡабул итә, йыш ҡына ҙур спорт саралары уҙғарыла. Шуға күрә уның хеҙмәткәрҙәре, янғын була ҡалһа, дөрөҫ эш итә белергә тейеш. Ут, шартлы рәүештә, спорт һарайының икенсе ҡатында теннис залында сыҡҡан. Янғын сыҡҡан майҙан - 50 квадрат метрҙан ашыу. Сигналдарын тоҡандырып, янғын һүнде-реүселәр тиҙ килеп етте. Улар артынан ҡаланың башҡа ашығыс хеҙмәттәре: полиция, ашығыс ярҙам күрһәтеү бригадаһы, электр селтәрҙәре, газ хеҙмәте күренде. Тейешле бөтә алымдарҙы башҡарып, «ҡыҙыл әтәс»те ауыҙлыҡланылар.
- Бөгөн, янғын һүндереү буйынса күнекмәләр уҙҙы. Шәхси составтан бөтәһе 30 кеше, 8 берәмек техника йәлеп ителде, 200-ҙән ашыу кеше эвакуацияланды. Сценарийға ярашлы, янғын бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре бер кешене бина эсенән табып алып, уны ашығыс ярҙам машинаһына тапшырҙы, - тип һөйләй янғын һүндереү часы начальнигы Дмитрий Крупчинов.
- Был спорт һарайы ҡалалағы иң ҙур объекттарҙың береһе. Дөйөм майҙаны 14 мең квадрат метр тәшкил итә. Янғынға ҡаршы ҡоролмалар ҡуйылған, эш-ләү-эшләмәүҙәре даими тикшерелеп тора. Бөгөн уларҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмалар ҙа саҡырылды. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, уларҙың яҡшы торошта булыуы асыҡланды. Шартлы рәүештә, янғын 15 минут эсендә һүндерелде. Спорт һарайы хеҙмәткәрҙәре, янғын-фәлән була ҡалған осраҡта дөрөҫ эш итә белеүен күрһәтте, - ти янғын күҙәтселеге буйынса баш дәүләт инспекторы Сергей Дегтярев.